Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 13:35

Хыялдарҙың тормошҡа ашыр мәле

Ҡырҡ йәшенә етеп килгәндә Гүзәл уңышлы эшмәкәрлек алып барған бизнесмен булып танылғайны инде. Ул юғары уҡыу йортон тамамлау менән ойошторған реклама агентлығы  йылдан-йыл күрһәткестәрен яҡшырта бара. Уның хәҙер яңы йорттағы шәп фатиры, ҡыйбатлы автомобиле бар, бергә сәйәхәткә сығып йөрөгән дуҫтары ла күп. Ә бына ғаилә хәле...

Хыялдарҙың тормошҡа ашыр мәле
Хыялдарҙың тормошҡа ашыр мәле

Ҡырҡ йәшенә етеп килгәндә Гүзәл уңышлы эшмәкәрлек алып барған бизнесмен булып танылғайны инде. Ул юғары уҡыу йортон тамамлау менән ойошторған реклама агентлығы  йылдан-йыл күрһәткестәрен яҡшырта бара. Уның хәҙер яңы йорттағы шәп фатиры, ҡыйбатлы автомобиле бар, бергә сәйәхәткә сығып йөрөгән дуҫтары ла күп. Ә бына ғаилә хәле...

– Кейәүгә сығаһың килмәһә, бала табыр инең, исмаһам. Үҙең өсөн генә. Аҡсаң күп, бер түгел, ун баланы тәрбиәләп үҫтерә алаһың... – тип көрһөнә әсәһе.

– Улай булмай инде, әсәй... – тип йылмая Гүзәл. – Ҙурайғас, һине торна алып килде, шуға атайың юҡ тип әйтәйемме? Дөрөҫөн әйткәндә, әсәй булырға теләгем дә юҡ.

Студент сағында уның оло мөхәббәте лә бар ине. Улар хатта өйләнешергә лә йыйынып бөткәйне, әммә шул йылда Илдар көтмәгәндә АҠШта уҡыуға грант отто һәм бер нисә йылға шунда уҡырға китте. Гүзәл уның ҡайтыуын түҙемле генә көттө, ҡайтҡас та өйләнешәсәктәренә һис шикләнмәй ине. Тәүге ярты йылда йыш хат алышып торҙолар. Артабан унан хаттар һирәгерәк һәм, булғанда ла, ҡыҫҡа ғына йөкмәткеле килә башланы. Тора-бара Илдар хат яҙыуҙы туҡтатты. Гүзәл генә көтөүен һәм хат яҙыуын дауам итте, әммә бер саҡ егеттән шундай хәбәр килде: “Ғәфү ит, артабан һине алдайһым килмәй, мин бында икенсе бер ҡыҙҙы осраттым һәм ошонда ҡалырға уйлайым...”

Гүзәлгә бөтә донъя емерелгәндәй тойолдо. Ул айҙар буйына бик арынлап иҫенә килде, был йәһәттән әлеге реклама агентлығы буйынса проект ярҙам итте лә инде – бөтә күңелен һәм ваҡытын эшкә бирҙе. Уның йөрәге артабан башҡалар өсөн бикле ине. Үҙе менән дуҫлашырға теләгән һәр егеттә ул хәүеф кенә күрҙе, һуңынан барыбер ташлап китерҙәр һымаҡ тойолдо.

Йәй еткәнен Гүзәл түҙемһеҙлек менән көтә ине. Йылы миҙгелдә ул дачаһында йәшәй, хозур тәбиғәт бында, ҡала шау-шыуынан да ял итә. Үҙе сәскә клумбалары һәм декоратив ҡыуаҡтар үҫтерергә ярата, ә ҡыяр һәм помидор кеүектәрҙе тәрбиәләүҙе әсәһенә ҡалдыра. Йәй буйы тыныс шарттарҙа ял итеп һәм көс йыйып, көҙгә табан сәйәхәткә китә. Нигеҙҙә Азия илдәренә – үҙенә йәйҙе оҙонайтыу өсөн.

Быйыл ул матур һәм башы япмалы беседка эшләтергә булды. Әхирәте ышаныслы төҙөүселәр бригадаһы ла тәҡдим итте.

– Әйткәндәй, бригадир – бик һөкөмлө генә егет, – тип мут ҡына йылмайҙы әхирәте. – Ҡатыны менән айырылышҡан тиҙәр, тик кеше менән бик асылып китеп һөйләшеп бармай.

– Ә миңә уның һөйләшеүе ниңә кәрәк, – тип көлөмһөрәне Гүзәл. – Хатта һәйбәтерәк тә – теле менән түгел, ҡулы менән эшләһен.

Бригадир Азамат бәһлеүәндәй кәүҙәле кеше булып сыҡты, буйы ике метр самаһы булыр, үҙе ҡояшта янған. Күрәһең, төҙөлөш объекттарында оҙаҡ була. Гүзәлдең теләктәрен өндәшмәй генә тыңланы ла, бер төргәк фотолар тотторҙо. Хужабикә үҙенә оҡшаған проектты һайлап алғас, уға тиҙ генә күҙ һирпеп алды:

– 15 августа, иртәнге сәғәт 8-ҙә башлайбыҙ. Ризамы?

– Килештек, – тип ҡыҫҡа ғына яуапланы Гүзәл. Ә үҙе Азаматтың күҙ ҡарашынан ҡаушабыраҡ ҡалғандай булды һәм тиҙ генә икенсе яҡҡа боролдо. Шул бер күҙ һирпеүҙән генә ни өсөн йөрәгенең дарҫлап ҡуйыуына үҙе лә аптырай төштө. Шуға ла был аҙ һүҙле баһадирҙы тиҙ генә башынан алып ташларға тырышты.

Килешелгән ваҡытҡа ярашлы, бригада килеп эшкә тотондо. Гүзәл уларҙың күҙенә салынмаҫҡа тырышты, клумбалар тирәһендә сәскәләрен тәрбиәләне, үҙе яратҡан йомшаҡ бәүелсәктә ултырып китап уҡыны.

    Өс көндән һуң бригада эшселәре араһында 6-7 йәштәр тирәһендәге бер малай күренде. Тәүҙәрәк ул эшләгәндәргә ҡаҙаҡ йәки инструмент кеүек нәмәләр биреп йөрөнө, аҙаҡ гел ситтәрәк булды – уйын менән мауыҡты, ахырыһы. “Төҙөүселәрҙең береһенең малайылыр, атаһы эшкә өйрәтәлер”, тип уйланы Гүзәл һәм шунда уҡ тиерлек был турала онотто.

– Һеҙгә ярҙам итергә мөмкинме? – Гүзәл ошо тауыш килгән яҡҡа боролоп ҡараһа, әлеге малай ул эшләгән түтәлгә һәм ултыртылған сәскәләргә һоҡланып ҡарап тора.

– Әйҙә, ярҙам ит, – тип йылмайҙы Гүзәл. – Ана тегендә ятҡан үҫентеләрҙе биреп тор. Исемең кем?

– Рөстәм.

Малай бик теремек һәм ҡыҙыҡһыныусан бала булып сыҡты. Ул Гүзәлдең артынан ҡалмай эйәреп йөрөнө, һәр ҡыуаҡты тотоп ҡараны, сәскәләр менән ихлас һоҡланды. Бала-саға менән күптән аралашмаған Гүзәлдең күңелен тамам арбағайны инде был малай.

– Әсәйең эштәлер, моғйын, ә һин атайыңа ярҙам итергә килгәнһеңдер? – тип ҡыҙыҡһынды Гүзәл.

– Беҙҙең әсәйебеҙ юҡ, – тип аңлатты Рөстәм. – Атай менән икәү генә йәшәйбеҙ. 

Баланы йәлләп, Гүзәлдең йөрәге ауыртып ҡуйҙы. Ниңә һорашҡанына үкенә биреберәк, артабан был турала һөйләшмәҫкә булды. Ул малайҙы етәкләп алды ла, быуалағы лилиә сәскәләрен, туя ағасының ҡуйы ботаҡтары араһындағы ҡош ояһын күрһәтеп йөрөнө. Шунан һуң террасаға үҙе бешергән ҡурай еләге бәлеше менән сәй эсергә саҡырҙы.

– Рөстәм, бына һин ҡайҙа икән! Ә мин һине эҙләйем... – тип, шул саҡ атаһы Азамат килеп инде. – Ғәфү итегеҙ, ул бик аралашыусан малай.

– Был Һеҙҙең улығыҙмы? – тип һорамай булдыра алманы Гүзәл.

– Оҡшамағанмы ни? – Азаматтың йөҙөндә беренсе тапҡыр йылмайыу сағылып киткәндәй булды.

– Бөтөнләй оҡшамаған, – тине Гүзәл. – Һеҙ борсолмағыҙ, минең менән йөрөһөн әйҙә, бында уға ҡыҙыҡ шикелле. Шулай бит, Рөстәм?

Малай шунда уҡ ризалашып баш ҡаҡты һәм атаһына төбәлде:

– Мин ошонда йөрөһәм буламы, атай?

– Һеҙгә ҡамасауламаһа, әобиттә...

– Ә, бәлки, Һеҙ ҙә беҙҙең менән сәй эсерһегеҙ? Ҡурай еләгенән бәлеш бешергәйнем...

Ул ҡояш нурына күмелгән террасала сағыу биҙәкле сарафанда шундай һөйкөмлө һәм хәстәрлекле ҡиәфәттә ултыра ине, Азамат ирекһеҙҙән һоҡланып ҡарап ҡуйҙы. Ә Гүзәл уның өндәшмәүен ризалыҡ ғәләмәте тип ҡабул итте һәм матур сынаяҡҡа сәй яһап бирҙе,тиҙ генә бәлеш киҫеп һалды. Азамат баш тартырға ла уйлағайны, улының бәхетле ҡарашын тойоп, улар менән бергә өҫтәл артына ултырырға мәжбүр булды.

Гүзәл уңайһыҙланыуын белдермәҫ өсөн Рөстәм менән шаяртып һөләшеүгә күсте. Уларҙың әңгәмәһе шундай ихлас ине, әйтерһең дә, Гүзәл был малайҙы электән үк белә. Ул Рөстәмдең туҡтауһыҙ тәтелдәүен йылмайып тыңлай, уның һәр шаяртыуына көлөп ебәрә, иңбашынан ҡосаҡлап ала, сөм-ҡара сәстәрен туҙҙырып ала. Ә тегеһе, иғтибарҙы тойоп, сутылдауҙан туҡтамай ҙа. Азамат улының үҙен шундай бәхетле итеп тойоуын беренсе тапҡыр күрә ине. Был икәүҙең әңгәмәһен күреп, уның да күңеле йылынып киткәндәй булды. Мәңге ҡарап ултырыр ине Гүзәлдең уның улы менән һөйләшеүенә.

– Уй, һеҙҙә бында күңелле, әлбиттә, тик мине эш көтә, – тип ахырҙа ул өҫтәл артынан тороп китте.

Шул көндән алып Гүзәл был яғымлы малай менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә башланы. Ул күңелендә нимәлер асылыуын, тормошҡа ҡарашы үҙгәреүен тоя ине.

– Һеҙ шундай бәхетле, шундай матур малайығыҙ бар, – тине ул Азаматҡа Рөстәм ситкәрәк киткән мәлдә. – Миңә был турала хыялланырға ғына ҡала...

– Ә шулай ҙа әсәһе Рөстәмде һис икеләнеүһеҙ ташлап китте, бер әтрәгәләм менән икәүләп яңы тормош артынан саптылар, улыбыҙға өс йәш кенә ине... – тип көрһөндө Азамат.

– Шулай ҙа буламы икән ни? – тип аптыраны Гүзәл. – Хәйер... Беләһегеҙме, Рөстәм менән осрашҡанға саҡлы мин дә шулайыраҡ инем – балалар тураһында бөтөнләй уйланғаным да булманы.

– Юҡ, һеҙ үҙегеҙҙе баһалап еткермәйһгеҙ, – тип ҡаршы төштө Азамат. – Һеҙ – ысын ҡатын-ҡыҙ һәм әсә, Рөстәм дә Һеҙгә шуның өсөн тиҙ ылығып китте бит.

– Эйе шул, мин хәҙер үҙемде икенсе кеше итеп тоя башланым, – тине был һөйләшеүҙән биттәре алһыуланып киткән Гүзәл. – Хәҙер мин уның менән осрашыуҙы көтөп тик йөрөйөм...

– Ысынлапмы? – тине Азамат һәм һаҡ ҡына Гүзәлдең ҡулдарын алып күкрәгенә ҡыҫты, уның күҙҙәренә ҡараны. Ә Гүзәл үҙен был ҡараштан башы әйләнеп киткән һымаҡ хис итә ине. – Һеҙҙең менән осрашҡанға тиклем бөтә ҡатын-ҡыҙҙар аҫтыртын һәм эскерле тип уйлай инем. Ә хәҙер... Һеҙҙең менән осрашыуҙы көн һайын көтәм, ниндәйҙер мөғжизә һымаҡ көтәм...

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: