Яҡындарығыҙҙы тәмле ризыҡ менән ҡыуандырырға теләйһегеҙме? Иғтибарығыҙға ваҡ бәлеш, бәлеш рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ул ябай ғына эшләнә һәм бик тәмле килеп сыға.
Беренсеһе – аҡ май һәм ҡаймаҡ, икенсеһе көнбағыш майы һәм майонез ҡушып әҙерләнә. Икеһе лә бик тәмле.
Беренсе рецепт: 180 гр аҡ май, 1 стакан ҡаймаҡ, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 0,5 сәй ҡалағы сода, ҡамыр тығыҙ булмаҫҡа тейеш.
Икенсе рецепт: 200 мл һыу (һурпа һалырға ла мөмкин, тәмлерәк була), 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы майонез, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 120 гр көнбағыш майы, он.
Ике рецепт та ҙур бәлеш өсөн дә һәйбәт буласаҡ.
Эслеге:
Ит, ниндәйҙе теләйһегеҙ, ғәҙәттә, тауыҡ итен алалар, картуф, һуған (ни тиклем күберәк, шул тиклем тәмлерәк), тоҙ, борос, аҡ май.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА