Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2023, 12:00

Тау башына беҙгә лә менергә ине...

"Был ауыл Айыҡ ауыл конкурсында ҡатнашамы икән әллә, нимәгә тау башына менделәр икән?" – тип уйлай күрмәгеҙ

Тау башына беҙгә лә менергә ине...
Тау башына беҙгә лә менергә ине...

Ҡатын-ҡыҙҙар барҙа илебеҙ йәшәр, тыуған еребеҙ ҙә бәрәкәтле, имен торор! Улар, өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, дәрт-дарман табып, тауға үрмәләйҙәр, ҡар өҫтөндә сәй ҙә эсәләр, сана ла шыуалар. Тик үҙҙәренсә генә йәшәйҙәр.

Ейәнсура районының Саҙалы ауылы 20-ләп кенә өйҙән тора. Унда күптән инде магазин да, медпункт та, мәктәп тә, мәсет тә юҡ. "Был ауыл Айыҡ ауыл конкурсында ҡатнашамы икән әллә, нимәгә тау башына менделәр икән?" – тип уйлай күрмәгеҙ. Юҡ, улар шулай итеп үҙҙәренсә матур, татыу, үҙҙәренең күңелен үҙҙәре күтәреп йәшәй белә. Әсәйҙәребеҙҙең ҡырҡ сырағы бар: береһе һүнһә, икенсеһен, унан өсөнсөһөн...

Ҡарҙар иреп бөтөр, йәшел, ыуыҙ үләндәр морон төртөр – тағы ла самауырҙарын күтәреп тауға менәсәктәр. Тау башына беҙгә лә менергә ине: насар уйҙарҙан арынырға, көс-дәрт алырға! Беренсе уҡытыусым Зөлҡәғизә Абдулхаҡ ҡыҙы Юлдашбаева ла, әсәйем Сания Фәйез ҡыҙы Ишмөхәмәтова ла, Азамат, Рәжәп, Нәжип Юлдашбаевтарҙың әсәһе Мәрфуға инәй ҙә (аятын да бағышлағандыр), Роза апай Ғүмәроваға ла, Ҡырғыҙстан яғынан ҡайтҡан Сара инәй ҙә бушҡа юғарыға үрмәләмәйҙәрҙер тием?! Фирүзә Ғәлимйән ҡыҙы Юлдашбаева менән Шәүрә һылыуыма айырым рәхмәт – улар өлкәндәрҙең ҡурсалаусыһы ла, табиптары ла.

Илебеҙгә яҙ именлек, бәрәкәт алып килһен, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ! Өмөттәребеҙ һүрелмәһен-өмөт, алға ынтылыш йәшәтә кешене!

Автор: Ғайса Ишмөхәмәтов.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com

Тау башына беҙгә лә менергә ине...
Тау башына беҙгә лә менергә ине...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: