Башҡортостанда яңы эҙләү иғлан ителгән. Был юлы – Сибай ҡалаһынан.
31 йәшлек Сабрина Үмәрованы “БашРегионСпас” эҙәрмәндәр төркөмө эҙләй. Әйткәндәй, ҡатынды Яҙгөл Юлыева тип тә беләләр. Ул 8 мартта ғәйеп булған.
Әйтеүҙәренсә, юғалған мәлдә капюшонлы ҡара куртка, күк джинсы салбар, ҡара итек һәм бәйләнгән аҡ башлыҡ кейгән булған. Уның билдәләре - ҡаҡса кәүҙәле, буйы 169 сантиметр, һоро күҙле һәм ҡыҫҡа ҡара-һорғолт сәсле.
Ҡатындың ҡайҙалығы хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-937-3-102-112 телефоны буйынса йәки берҙәм 112 номерына шылтыратыуҙы һорайҙар.
Фото: “БашРегионСпас”.