Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2023, 16:14

Беҙ ҡабыҙған уттар мәңге һүнмәҫ

Балтас районындағы “Сельэнерго” коллективы шулай тип әйтергә лә хаҡлы –  улар ҡулланыусыларҙы электр энергияһы менән тиҫтәләрсә йылдар буйы ышаныслы тәьмин итә. Предприятиеның тарихы пай иғәнәләре нигеҙендә “Сельхозэнерго” колхоз-ара берекмәһе төҙөү тураһында 1976 йылдың 27 декабрендә колхоздарҙың район советы сығарған ҡарарҙан башлана.

Ә 1977 йылдың апрелендә РСФСР-ҙың Ауыл хужалығы ми­нистр­лығы район энергетика пред­приятиеһы булдырыу тура­һында ҡарар ҡабул итә. Хижәпов Мәрүән Мөхөтдин улы етәкләгән ойошма ул саҡта Балтас ауылының Кооператив урамындағы бәләкәй генә ағас бинала урынлашҡан була. Предприятиеға район колхоздары һәм совхоздарында электр ҡора­малдарын техник хеҙмәтләндереү, ремонтлау, ҡороу һәм эшләтеп ебәреү бурыстары йөкмәтелә.

1984 йылдан алып 1996 йылға саҡлы предприятиеға Айрат Муллый улы Мәғзүмов етәкселек итә. 1985 йылдың авгусында “Башсельхозэнерго” приказы менән ойошманы ауыл хужалығы энергетикаһы һәм электрификациялау буйынса  Балтас хужалыҡ-ара  етештереү-эксплуатация предприятиеһы тип үҙгәртәләр, артабан ул – “Агро­пром­энерго” хужалыҡ-ара етеш­тереү предприятиеһы.

Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында һәм 90-сы йылдары башында етештереү күләме йылдам арта башлай, предприятиеның матди базаһы нығына. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә электр менән йылытылған келәмсектәр һәм панелдәр етештереү цехтары, йылы гараждар һәм оҫтаханалар, административ бина төҙөлә.

1991 йылда “Агропромэнерго”  нигеҙендә ауылдың берҙәм энергетика системаһын булдырыу – предприятие тарихындағы мөһим ваҡиға. Бының өсөн уға “Башкирэнерго”ның Нефтекама электр сел­тәрҙәре һәм республиканың Коммуналь хужалыҡ министрлығының Бөрө селтәрҙәре балансынан 0,4-10 киловатт ҡеүәтле электр тапшырыу һауа линиялары тапшырыла. Ә был бер мең километрҙан ашыу электр тапшырыу линиялары тигән һүҙ.

1994 йылдың 10 мартында хеҙмәт коллективының дөйөм йыйылышы ҡарары нигеҙендә Башҡортос­тандың Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты предприятиены Балтас “Сельэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртә.

1997 йылдан алып 2019 йылға саҡлы предприятиеның генераль директоры вазифаһын Зәбир Карам улы Сәрүәрет­динов башҡара. Ойошманың техник хеҙмәте һауа линиялары һәм электр ҡорамал­дарын реконструкциялау һәм яңыртыу буйынса перспектив пландар төҙөй, электр тәьминәтенең ышаныслылығын арттырыу буйынса программа раҫлана. Улар бөгөн дә уңышлы үтәлеп килә.

Бүлгеләү селтәрҙәренең ыша­ныслылығын көсәйтеүгә һәм тапшырыу барышында электр энер­гияһын юғалтыуҙы кәметеүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын 0,4-10 киловатлы һауа линиялары­на капиталь ремонт яһала, сым­дарҙың йыуанлығы арттырыла, ВЛ-0,4 киловатт селтәренең туҡ­ланыу үҙәгенән алып ҡулла­ныусыға тиклем аралығы кәметелә, артыҡ көс йөкмәтелмәгән ҡеүәтле транс­форматорҙар бәләкәйерәктәренә алмаштырыла, торлаҡ йорттарға, социаль-көнкүреш һәм сауҙа объекттарына ингән асыҡ электр сымдары урынына изоляциялы булғандары ҡуйыла.

Бөтәһе 10 200 абоненттың электр энергияһын иҫәпләү прибор­ҙары анығыраҡ электрон прибор­ҙарына алмаштырылған һәм биналарҙың тышына беркетеп ҡуйылған. Хәҙерге ваҡытта электр энергияһын иҫәпләүҙең интеллектуаль приборҙарына күсеү бара.

Балтас “Сельэнерго” Башҡорт­ос­тан Министрҙар Кабинетының I дәрәжә дипломына, Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты, шулай уҡ район хакимиәтенең күп һанлы Почет грамоталары менән наградланған.

2019 йылдан алып предприя­тиеға генераль директор Рәшит Хисмәтов етәкселек итә.

– Балтас “Сельэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәте бөгөн – тупланған коллектив һәм махсус техникаһы, яҡшы матди базаһы булған етди автотранспорт паркы ул, – ти Рәшит Рәлиф улы. – Предприятиела 70-тән ашыу кеше эшләй һәм ул район ҡаҙнаһына иң ҙур һалым түләүселәрҙең береһе булып тора. Төп эшмәкәрлегебеҙ – электр энергияһын тапшырыу, шулай уҡ электр монтажлауы эштәре, ҡулланыусыларҙы технологик тоташтырыу. Электр ҡорамалдарын ремонтлау, трансформатор подстанцияларында планлы иҫкәртеү үткәреү ҙә беҙҙең даими бурысыбыҙ булып тора.

Акционерҙар йәмғиәте урам­дарҙы яҡтыртыу селтәренә тулы ревизия яһай, лампаларҙы светодиод төрөнә алмаштыра. 2022 йылда электр энергияһын файҙалы үткәреү күләме 35 987 мең киловатт-сәғәт тәшкил иткән. Предприятие балансында – 10 һәм 0,4 киловатлы 1175 километр һауа электр тапшырыу линиялары, 437 трансформатор подстанцияһы, 10 киловатлы ике бүлгеләү пункты. Былтыр ВЛ 10-0,4 селтәрендә капиталь ремонт үткәрелгән, инвестиция программаһы буйынса 23 километрлыҡ эш башҡарылған, 25 километрҙа технологик тоташтырыу яһалған.

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас: