Йәмғиәт
4 Апреля 2023, 12:20

“Рәсәй лидерҙары” иҫәбенә инергә теләйһеңме?

Конкурста ҡатнашыуға теркәй башланылар.

“Рәсәй лидерҙары” иҫәбенә инергә теләйһеңме?“Рәсәй лидерҙары” иҫәбенә инергә теләйһеңме?
“Рәсәй лидерҙары” иҫәбенә инергә теләйһеңме?

Бөгөн “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсында ҡатнашыуға теркәү башланды. Унда ҡатнашыу өсөн 14 майға тиклем лидерроссии.рф рәсми сайтында теркәлеү шарт.

Президент платформаһы етәксеһе, Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Алексей Комиссаров әйтеүенсә, һәләтле идарасыларҙы эҙләүгә йүнәлтелгән конкурстҡа һөҙөмтәлелекте арттырыу маҡсатында яңылыҡтар индерелде һәм яңы миҙгелдә ул үҫеш өсөн тағы ла киңерәк мөмкинлектәр бирәсәк.

“Әлеге конкурс “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһының юбилей йылындағы төп ваҡиғаларҙың береһе, нәҡ “Рәсәй лидерҙары”нан бөтә платформаның эше башланды”, – тине Комиссаров.

Конкурсҡа дәүләт идараһы өлкәһе вәкилдәренән тыш, төрлө тармаҡ етәкселәрен, шул иҫәптән эшҡыуарҙарҙы көтәләр.

“Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсы ил Президенты күрһәтмәһенә ярашлы 2017 йылдан уҙғарыла һәм “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһының төп проектын тәшкил итә. Дүрт миҙгел эсендә конкурста ҡатнашыуға бөтә Рәсәйҙән 840 меңдән ашыу ғариза килгән. Унда етәкселек итеү тәжрибәһе кәмендә ике йыл булған 55 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша.

Конкурстың дүрт миҙгелендә Башҡортостандан 100-ҙән ашыу кеше ярымфиналға сыҡты, 18-е супер финалсы булды, ә биш кеше еңеүсе тип танылды. 

Әйткәндәй, Республика перинаталь үҙәге акушер-гинекологы, Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламентының “Һаулыҡ һаҡлау” йүнәлеше буйынса эксперттар советы ағзаһы Данир Ғабдрахманов дүртенсе миҙгелдең суперфиналсыһы булды.

Фото: resbash.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас