“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһы проектының “Рәсәй лидерҙары” конкурсының бишенсе миҙгеленә теркәү башланғандан алып Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм 61 дәүләттән 40 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Был турала “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров һөйләне.
“Конкурс 4 апрелдә старт алды.Теркәлеү барышын ныҡлы күҙәтәбеҙ һәм донъяның төрлө мөйөштәренән конкурсҡа ҡыҙыҡһыныуҙы тоябыҙ. Бөгөн Рәсәйҙең 89 төбәгенән һәм 61 дәүләттән 40 меңдән ашыу ғариза алдыҡ. Рәсәйҙең яңы субъекттары – Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре халҡы унда әүҙем ҡатнаша. Әлеге ваҡытта конкурсанттарҙың 65 проценттан ашыуы 36 йәштән алып 50 йәшкә тиклемге тәжрибәле идарасылар, тағы ла 20 проценты – 31 – 35 йәшлектәр. Ә бына 30 йәшкә тиклемгеләр ғаризаларҙың 10 процентын тәшкил итә, 51 йәштән өлкән ҡатнашыусылар – 5 процентты”, -тип һөйләне “Рәсәй – мөмкинлектәр иле”нең генераль директоры.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, унда төрлө һөнәр эйәләре ҡатнаша: ғаризаларҙың 12 проценттан ашыуы сәнәғәт өлкәһе идарасыларынан, 8 проценты – мәғариф өлкәһе етәкселәренән, 7 проценты – төҙөлөш һәм архитектура, тағы ла 7 проценты мәғлүмәт технологиялары, телекоммуникация һәм элемтә, 6 проценты эшҡыуарлыҡ тармағы, 5 проценты - һаулыҡ –һаҡлау һәм медицина, йәнә 5 проценты сауҙа өлкәһенә тура килә.
“Үҙәк Рәсәй халҡы ғәҙәттәгесә айырыуса әүҙемлек күрһәтә – дөйөм ғаризаларҙың 37 проценты уларға тура килә. Икенсе урында – Волга буйы федераль округы, унан ҡала төньяҡ-көнбайыш, Урал, Себер, Көньяҡ, Төньяҡ Кавказ һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтары килә”, - тине Алексей Комиссаров.
“Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсы 2017 йылдан Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса уҙғарыла. Дүрт миҙгел эсендә конкурста ҡатнашыуға тотош илдән 840 меңдән ашыу ғариза бирелгән.
Фото: “Лидеры России” конкурсының социаль селтәрҙәге төркөмөнән.