Ауыл халҡы, баҡсасылар күңелле лә, мәшәҡәтле лә мәлгә аяҡ баҫты - ерҙе әҙерләү, эшкәртеү, сәсеү эштәре башланып тора. Ә һеҙ картуф ерегеҙҙе һөрҙөгөҙмө? Бәрәңгегеҙҙе баҙҙан сығарҙығыҙмы?
Бына ошо видеояҙмалағы уҙаман ише яҙғы баҡса эштәрен йырлай-йырлай башҡарып сығырға яҙһын, Алла бойорһа! Күренеүенсә, йыр-моңға талантлы ғына түгел, бик оҫта ҡуллы кешегә оҡшаған! Ер һөрөү ҡулайламаһын әйтәбеҙ - йәтеш тә, уңайлы ла.
Оҫтаның кем икәнен таныһағыҙ, комментарийҙарҙа яҙығыҙ.
Видео: "Оҫталар тирмәһе" төркөмөнән (чатынан).
Фото: видеояҙманан скриншот.