Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Киләсәк фабрикаһы” инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда форсайт-сессия ойошторолдо. Ул “Эшҡыуарлыҡ” йүнәлешендәге “Яңы осор өсөн көслө идеялар” форумы сиктәрендә үтте.
- Аҡыллы идеялар менән яныусыларҙы сара үҙенә йыйҙы, – тине Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министр урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина. – Ул эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә мотлаҡ булышлыҡ итәсәк.
Стратегиялар инициативаһы агентлығы етәксеһе Олег Шевкунов әйтеүенсә, егет һәм ҡыҙҙарҙың төрлө идеялары булырға мөмкин, уның ҡарауы, уларҙың һәр береһе республикабыҙ халҡының мөрәжәғәттәренә яҡын булһын.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.