Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2023, 13:00

Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған

"Башҡортостан" гәзите ойошторған конкурста Илеш районынан Азат Йосопов ҡатнаша.

Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған

“Башҡортостан” гәзите Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Бәйләнештә” төркөмөндә конкурс иғлан итте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Улар араһында Илеш районының Ҡужбаҡты ауыл хакимиәте башлығы Азат Йосопов та бар. Ул 2015 йылдан был вазифала эшләй.

Азат Рәсүл улы Йосопов 1971 йылда Илеш районының Тәжәй ауылында тыуған. Илеш урта һөнәрселек училищеһын тамамлай. Хеҙмәт юлын 1988 йылда “Игенсе” колхозында башлай. Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, колхозда эшләүен дауам итә. 2007 йылда Ҡужбаҡты ауыл биләмәһе хакимиәтенә йәштәр эше буйынса белгес итеп эшкә саҡыралар, ә инде 2015 йылдан эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо уҡ йылдың сентябрендә хакимиәт башлығы итеп һайлайҙар.

Азат Йосопов төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләгән йылдарында үҙен грамоталы, үҙ эшен белгән белгес, оҫта ойоштороусы, үҙенә талапсан һәм буйһонған етәксе итеп күрһәтә. Киң ҡарашлы, закондарҙы һәм норматив акттарҙы яҡшы белә, уларҙы эшендә оҫта ҡуллана. Уның ойоштороу һәләте, компетентлығы, эшкә ижади ҡарашы арҡаһында ауыл советы һәм ауыл биләмәһе хакимиәте уңышлы эшләй һәм үҙ-ара эш итә.

Ауыл советы ултырыштары, Президиум ултырыштары яҡшы әҙерлек менән һәм әүҙем рәүештә үткәрелә. Совет комиссиялары эшмәкәрлеген ойоштороу һәм контролдә тотоу буйынса даими эш алып барыла. Азат Рәсүл улы ауыл Советы депутаттарына үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙа ҙур практик һәм методик ярҙам күрһәтә, уларҙы даими уҡытыуҙы ойоштора. Ул муниципаль берәмек хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыуҙы һәм практик әҙерлеген ойоштороуға ҙур иғтибар бүлә.

Ауыл хакимиәтенең маҡсатлы эше арҡаһында ауыл биләмәһендә урынлашҡан ауылдарҙың йөҙө яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Төҙөкләндереү, йәшелләндереү, тораҡ пункттарҙа һәм производство участкаларында таҙалыҡты һаҡлау, шишмәләрҙе төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү буйынса ҙур эш алып барыла. Был йәһәттән ауыл биләмәһе районда өлгө булып тора.

Һуңғы алты йыл дауамында йыл да ауыл биләмәһе "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында ҡатнаша, уның барышында балалар баҡсаһының ҡыйығы, Ҡужбаҡты урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тәҙрәләре һәм ишектәре алмаштырыла, Ҡужбаҡты ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт үткәрелә, Тәжәй ауылында һыу үткәргес селтәренә ремонт эшләнә, “МТЗ 82” тракторы һатып алалар. 2022 йылда был программала ҡатнашыу буйынса граждандар йыйылышы үткәрелә унда халыҡ Ҡужбаҡты ауылында һыу үткәргес селтәрен ремонтлау тәҡдимен хуплай.

Азат Йосопов ваҡыт табып, шулай уҡ ауыл хакимиәтенең мәҙәниәт өлкәһендәге эшмәкәрлегенә иғтибар бүлергә тырыша. Халыҡ йолаларын һаҡлау, таратыу маҡсатында граждандарҙың күпләп ҡатнашыуына өлгәшеү юлы менән күп саралар үткәрелә. Улар араһында һабантуй, Өлкән йәштәгеләр көнө, алтын юбилярҙарҙы хөрмәтләү, шулай уҡ төрлө спорт  саралары айырым урын биләй. Уның хеҙмәт ҡаҙаныштары бер нисә тапҡыр район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм дипломдары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең рәхмәт хаттары менән билдәләнә. Ауылдаштары һәм хеҙмәттәштәре араһында ул ҙур ихтирам яулаған. Яҡшы ғаилә башлығы, ҡатыны менән өс ул тәрбиәләй.

Азат Йосоповҡа тыңғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Фото: vk.com

Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Ҡужбаҡтылар башлыҡтан уңған
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас