Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2023, 14:00

Игеҙәктәр тыуған!

Бәләкәстәргә Хәлимә һәм Кәримә тип исем ҡушҡандар.

Игеҙәктәр тыуған!
Игеҙәктәр тыуған!

Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылынан Нурзиә һәм Илдар Садиҡовтарҙың ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға булған – игеҙәк ҡыҙҙары тыуған. Уларҙың Ғүмәр һәм Әхмәт исемле улдары үҫә. Ата-әсә яңы тыуған ҡыҙҙарына Хәлимә һәм Кәримә тип исем ҡушҡан.

- Мин үҙем дә игеҙәк һыңары. Бәләкәстәрҙең игеҙәк булыуын, ә инде ҡыҙҙар тыуасағын белгәс, ныҡ шатландыҡ. Исемдәрен дә оҙаҡ эҙләнек. Балаларыбыҙ иҫән-һау булһын! - ти бәхетле әсә.

Әйткәндәй, Садиҡовтар балаларын теркәү өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша Күгәрсен районының ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт иткән һәм документтарҙы онлайн тәртиптә юллаған.

Бәләкәстәр һау-сәләмәт, бәхетле булһын!

Фото: "Мораҙым" гәзитенән.

Автор: Карима Усманова
Читайте нас