Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2023, 20:50

Һәр йортҡа - зәңгәр яғыулыҡ!

2021 йылда ил Президенты В. Путин ер биләмәһе сигенә тиклем газды бушлай һуҙыу тураһындағы законға ҡул ҡуйғайны.

Һәр йортҡа - зәңгәр яғыулыҡ!
Һәр йортҡа - зәңгәр яғыулыҡ!

“Һәр йортҡа – газ”  - “Берҙәм Рәсәй”, “Газпром межрегионгаз” һәм “Московский комсомолец” ошондай мәғлүмәти проект башлап ебәрҙе. ”Комсомолец”тың онлайн-ресурсында https://www.mk.ru/projects/gazvkazhdiydom/ эксперт комментарийҙары, яңылыҡтар, Рәсәйҙе газификациялау буйынса файҙалы мәғлүмәт һәм ошо темаға бәйле статьялар урын аласаҡ.

“Газпром межрегионгаз”дың генераль директоры Сергей Густов һүҙҙәре буйынса, йорттарға газ индереү тураһындағы мәғлүмәт биреү  - программаны уңышлы тормошҡа ашырыуҙың мөһим өлөшө. 2025 йылға тиклем илдең ярты миллиондан ашыу фатиры һәм торлаҡ йорто зәңгәр яғыулыҡлы буласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йылда ил Президенты В. Путин ер биләмәһе сигенә тиклем газды бушлай һуҙыу тураһындағы законға ҡул ҡуйғайны.

Башҡортостанда газ үткәреү өсөн ғаризаны Күп функциялы үҙәктәрҙә, “Газпром газораспределение Уфа” компанияһының клиент үҙәктәрендә, уның рәсми сайтында, Рәсәй газификациялау Берҙәм операторы порталы, шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” сайты аша  яҙырға мөмкин.

Башҡортостанда газ үткәреү программаһы дауам итә. “Газпром межрегионгаз Уфа”ның генераль директоры – “Газпром газ бүлеү Уфа”  ойошмаһы управляющийы Альберт Лоҡманов билдәләүенсә, республикала килешеүҙәрҙе башҡарыу һәм йорттарҙы газға тоташтырыу яҡшы темпта бара.

Бөгөн һүҙ 46 мең абонент тураһында бара. Республика халҡынан газ үткәреүгә 39 мең ғариза алынған, 37960 килешеү төҙөлгән, 33170-енең участкаһы сигенә тиклем газ торбаһы һалынған. 23400 кешенең торлағы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған.

Бынан тыш, республикала социаль объекттарға - медицина һәм белем биреү учреждениеларына газ үткәреү буйынса ла эштәр алып барыла. Йәмғеһе 13 ғариза алынған, килешеүҙәр төҙөлә.

 
Газ үткәреүгә бәйле һорауҙар тыуһа, 8 (800) 234-05-00 телефоны буйынса консультация алырға мөмкин.

Фото: mixyfotos.ru
 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: