Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2023, 15:00

Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ул – “Тәмле”!

10 июндә  "Тәмле. Беҙ бергә" проекты тамамлана, ошо айҡанлы Ейәнсура районында ҙур байрам сараһы үтә. “Тәмле” атамаһы аҫтында былтыр көҙгөһөн Башҡортостан юлдаш телеканалында сыҡҡан өр-яңы проектты күптәр үҙ итеп, яратып та өлгөрҙө, тапшырыу тамашасыларҙы республикала йәшәгән төрлө халыҡтар һәм уларҙың тарихы, йолалары, мәҙәниәте, милли аш-һыуы менән таныштырҙы.

Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ул  –   “Тәмле”!
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ул – “Тәмле”!

10 июндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы берлектә ойошторған "Тәмле. Беҙ бергә" проекты тамамлана, ошо айҡанлы Ейәнсура районында ҙур байрам сараһы үтә.

“Тәмле” атамаһы аҫтында былтыр көҙгөһөн Башҡортостан юлдаш телеканалында сыҡҡан өр-яңы проектты күптәр үҙ итеп, яратып та өлгөрҙө. Был тапшырыу тамашасыларҙы республикала йәшәгән төрлө халыҡтар һәм уларҙың тарихы, йолалары, мәҙәниәте, милли аш-һыуы менән таныштырҙы.


Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусылары Наил Юнысов һәм Лилиә Ҡурамшина Башҡортостанда йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәни үҙәктәренә – йәмғеһе 20 урынға гастрономик сәйәхәт ҡылған. Тапшырыуҙың үҙенсәлеге шунда: бер алып барыусы ауылда йәшәүсегә эйәреп, аш-һыу әҙерләй, әңгәмә мәлендә урын-ерлек, милләт үҙенсәлектәрен аса. Икенсе алып барыусы иһә тирә-яҡты ҡарай, иҫтәлекле урындарҙы, ҡыҙыҡлы тәбиғәт ҡомартҡыларын күрһәтә, һөнәрмәндәр, уңғандар менән таныша. Аҙаҡтан Наил менән Лилиә милли ризыҡ әҙерләнгән урында осраша, уны тәмләй һәм көн дауамындағы асыштарҙы әйтеп, тәьҫораттары менән бүлешә.
“Тәмле. Беҙ бергә” проекты Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан Башлығы гранттары фонды иҫәбенә тормошҡа ашырылған. Бөгөн һеҙҙе тапшырыуҙы әҙерләүселәр менән таныштырабыҙ.

Наил ЮНЫСОВ: “Тәмле. Беҙ бергә” проектының етәксеһе һәм алып барыусыһы:
- Проект былтыр август айы аҙағында Ҡырмыҫҡалы районында сыуаш ауылы халҡын төшөрөү менән башланды. Иң һуңғы сығарылыш 19 ғинуарҙа төшөрөлдө. Шуның менән беҙ Башҡортостандың 20 милләттен күрһәттек. “Тәмле. Беҙ бергә” проекты һәр яҡтан ҙур асыш булды.
Концепцияһы буйынса бер алып барыусы бирелгән ерлектең, милләттең аш-һыуы менән танышһа, икенсе алып барыусы был халыҡтың йәшәйеше-булмышы, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары менән таныша. Хеҙмәттәшем Лилия Ҡурамшина менән эшләнек. Мин күберәк аш-һыу әҙерләргә тырыштым, ҡайһы бер урында быға Лилиәне лә ҡуштыҡ.
Тапшырыуҙарҙы төшөргәндә аптыратҡан, иҫтә ҡалған хәлдәр күп булды. Мәҫәлән, Благовар немецтарының пунктуаллеге ғәжәпләндерҙе. Беҙ унда иртәнге сәғәт 9-ға барып етергә тейеш инек. Тик алданыраҡ барып еттек һәм төшөрөү процесына шунда уҡ тотонайыҡ тип уйланыҡ. Шулай ҙа, ҡаршы алыусылар, әле ярты сәғәттәй ваҡытығыҙ бар, тирә-яҡты ҡарап йөрөп тороғоҙ тип әйтте. Беҙ быға аптыраныҡ, сәғәт 9 тулыу менән иһә барыһы ла килеп сығып эш башланы. Немецтар шул тиклем пунктуаль, ваҡыты билдәләнгән икән – шунан тайпылмайҙар.
Баҡалы районында керәшендәргә хайран ҡалдыҡ. Улар шул хәтлем дуҫ йәшәй, айырым дәүләт кеүек ойошҡан, хатта үҙ президенттары бар. Иглиндә белорустарҙы төшөргәндә ямғыр яуҙы. Ныҡ өшөһәк тә, камераны, алып барыусыларҙы ҡулсатыр аҫтына ҡуйып булһа ла, эште өҙмәнек.
Баймаҡ районындағы Темәс ауылында башҡорт аштары менән таныштырғанда һыбай йөрөнөк. Башҡорттар ошолай атһыҙ тормош итә алмай тип,  Лилиәне лә атҡа мендерҙек.
Әзербайджан халҡының милли ризығы шах-былауҙы әҙерләгәндә мин уны алдан видеонан ҡарап өйрәнгән, ғаиләмде ял көндәрендә һыйлаған инем. Шулай ҙа был милләттең ойошмаһы рәйесе Рина Исмәғил ҡыҙы оҫталыҡ дәресе күрһәтеүе хәтерҙә ҡалды.
Төркмән халҡын төшөрөүебеҙ үҙе бер айырым тарихҡа әйләнде. Уны Өфө һәм Благовещен ҡалаларында төркмән милләте ойошмаһы рәйесе Сапарморат Шанглиев бик матур итеп ойошторҙо. Тәғәйен көндө оло бер апай менән бергә доғрама тигән аш-һыуын әҙерләнек. Һүҙ юҡ, ризыҡ бик тәмле килеп сыҡты. Шулай ҙа төркмәндәрсә иҙәндә ултырып эшләгәс һәм ашағас, аҙаҡтан тороп китеүе, тәнде яҙып алыуы бер аҙ ҡатмарлы булды. Беҙ тороп йәки ултырып ризыҡты әҙерләйбеҙ, ә был милләткә иҙәндә ултырып эш итеү ғәҙәти күренеш.
Дағстан милләтен төшөргәндә уларҙың күргәҙмә һәм музей кеүек эшләнгән бер дачаһында булдыҡ. Шунда көмөш еп менән ҡайып биҙәлгән ҡылыс ҡынына һоҡландым. Бындай ваҡ эшкә ир-егеттәр тотона алмай, уны тик нәҙек бармаҡлы һәм түҙемле ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡара ала икән.
Шулай итеп проекттың телевизион өлөшө тамам, ғинуар айында күрһәтеп бөттөк. Барлыҡ тапшырыуҙарҙы “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Тәмле. Мы вместе” төркөмөндә, БСТ телеканалы сайтында ҡарарға мөмкин.
Тиҙҙән иһә проект буйынса ҡаралған сараны - Ейәнсура районында Майикмәк байрамын уҙғарасаҡбыҙ. Һәр бер милләт был ризыҡ төрөн үҙенсә әҙерләй, шуға күрә лә

тапшырыуҙарҙа ҡатнашҡан төрлө милләт вәкилдәре байрамда үҙ майикмәген әҙерләп күрһәтәсәк.

Дилара ЗАРИПОВА, тапшырыуҙың продюсеры һәм мөхәррире:
- “Тәмле. Беҙ бергә” проекты буйынса республиканың төрлө райондарында күпләп йәшәүсе егерме милләт вәкиле менән аралашырға, телевизион проектты әҙерләргә тура килде. Баймаҡ, Федоровка, Тәтешле, Өфө, Иглин, Благовар, Стәрлетамаҡ, Баҡалы, Мишкә, Бүздәк, Архангель, Балтас, Ҡырмыҫҡалы райондарында урынлашҡан тарихи-мәҙәни үҙәктәр, ошо төбәктәрҙең мәҙәниәт идаралыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Программа “Тәмле. Беҙ бергә” тип аталһа ла, төрлө милләт вәкилдәренең милли аш-һыуын ғына өйрәнмәнек, ә Башҡортостанды үҙ Ватаны, тыуған иле тип һанаған кешеләрҙең беҙҙең республиканы нисек яратҡаны, яҙмыштарын унан башҡа күҙ алдына ла килтермәүҙәрен астыҡ. Мәҫәлән, Благовар районының Алексеевка ауылында йәшәгән Роза Мак тигән немец теле уҡытыусыһын йүнәлтмә буйынса ошонда ебәрәләр. Балалар ләм-мим  немецса, ә Роза ханым башҡортса ла, татарса ла һөйләшә белмәй, әммә эшләргә һәм йәшәргә кәрәк. Ул урындағы халыҡтың телен бынамын итеп өйрәнгән һәм балаларҙы уҡыта башлаған.
Проект кешеләр яҙмышы аша туған илгә булған һөйөү хаҡында, уларҙың кисереш-булмыштары тураһында ла  бәйән итте. Беҙҙең алып барыусылар төрлө телдә һүҙҙәр өйрәнде, ә миңә, мөхәррир булараҡ, төрлө халыҡтарҙың телмәрен тәржемә итергә тура килде. Был эш ҡатмарлы һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ла булды. Хатта ирекһеҙҙән өйҙәгеләр менән дә, эштәгеләр менән дә ошо телдә аралаша башланыҡ. Иҫәнләшәбеҙ, һаубуллашабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ.
Программа Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың шул тиклем ҡунаҡсыл, киң күңелле, тырыш икәнен асыҡланы. Баймаҡта беҙ сергетыш эшләү, Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе сыуаштарҙың киндер һуғыу, Архангель латыштарының сыр яһау оҫталығына һоҡландыҡ. Үҙебеҙ өсөн яңы мәғлүмәт, факттар астыҡ, телдәрҙең, халыҡтарҙың оҡшашлығын күрҙек. Нимәне асыҡланыҡ – беҙҙең республиканы төрлө халыҡтарҙың дуҫлығы, берҙәмлеге көслө итә. Беҙҙең кейемдәребеҙ, мәҙәниәтебеҙ, аш-һыуыбыҙ төрлө булһа ла, уйҙарыбыҙ, фекерҙәребеҙ бер.

Лилиә ҠУРАМШИНА, проекттың алып барыусыһы:
- Гастрономик трэвел-шоу сәйәхәттәре төрлө тәьҫораттарға бай булды. Иң иҫтә ҡалғаны  -  Ҡырмыҫҡалы сыуаштарының ҡанлы колбасаһы булды. Мин уның нимәнән әҙерләнгәнен күрмәнем, ашап ҡарағандан һуң ғына ризыҡҡа яңы һуйылған һыйыр ҡанын өҫтәгәндәрен әйттеләр. Ныҡ аптыраным, тик быны йөҙөмә сығарманым. Минең урында башҡа кеше булһа ла шулайтыр ине. Әгәр ҙә колбасаны ҡандан эшләгәндәре тураһында белгән булһам, тәмле тип маҡтап ашамаҫ та инем, - тип шаяртып та алды Лилиә.
- Баймаҡта ҡаҙы тәмләү ҙа иҫтә тороп ҡалды. Ул тик майҙан тора ине. Миңә, тулыһынса ҡала кешеһенә, был онотолмаҫлыҡ тәьҫорат ҡалдырҙы. Тапшырыуҙы төшөргәндә уны ашарға кәрәк ине. Сәйнәп ултырам, үҙ-үҙемдән көләм, күҙҙәремдән йәштәр аға, был кадрҙа ла күренде.
Керәшендәрҙә ҡыҙыҡ булды. Ир кеше үҙен Иван Иванович тип таныштыра, һөйләше татарсаға оҡшаш, әммә үҙе керәшен. Улар рус исемдәрен үҙҙәренсә үҙгәртеп ала. Мәҫәлән, Зоя – Зайка, Мария – Маржа, Алексей – Алюш.
Балтас районында мишәрҙәр ҙә ныҡ оҡшаны. Улар менән аралашҡас, үҙемдең тоҡомда мишәрҙәр булғандыр тип уйлап ҡуйҙым. Минең ҡарт өләсәйем һәм өләсәйем шул милләттәндер тием, сөнки ул мишәрҙәр кеүек диалектта һөйләште, байрамдарҙа “майаш” ризығын әҙерләне. Шәжәрәмде әлегә өйрәнмәнем, Балтас районындағы эш сәфәренән һуң быны эшләргә теләк уянды.
Беренсегә йәһүдтәрҙең синагогаһында булдым. Быға тиклем мин уның янынан үтеп кенә йөрөнөм, эскә нисек инергә белмәй инем. Уларҙа синагога дини урыны булыуҙан тыш, милли дини байрамдарҙы үткәреү үҙәге лә булып тора. Бында мәктәп, балалар баҡсаһы ла бар, бар заманса шарттар тыуҙырылған. Республиканың баш раввины Дан Кричевский менән аралашыу ҙа яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Телдәрҙе һаҡлау йәһәтенән шуны әйтәм, беҙ Благовар районына немецтарҙы төшөрөргә барғанда, йыр-бейеү, уйындарҙан башҡа нимә күрһәтербеҙ икән, тип уйланған инем. Тик барыһы ла башҡасараҡ булды. Өлкәндәр үҙ-ара немецса һөйләшә, улар Екатерина II мәлендә Башҡортостанда күсерелһә лә, шул мәлдән алып Рәсәй илендә үҙ

телдәрен һаҡлап ҡала алғандар. Бына шул ныҡ аптыратты.

Ғәлиә ВӘХИТОВА, режиссер:
- “Тәмле. Беҙ бергә” проекты минең өсөн тәү сиратта режиссер йәһәтендә беренсе ҙур үҙаллы эшем булды. Ул яуаплылыҡ талап итһә лә, шул тиклем мауыҡтырғыс үтте. Республикабыҙҙа йәшәгән милләттәр ижади яҡтан шул тиклем бай. Костюмдары, ризыҡтары, йолалары – уларҙы төшөрөү әлбиттә беҙҙе, ижади төркөмдө илһамландырҙы һәм рухи яҡтан байытты тип тә әйтә алам.
Проекттың төп үҙенсәлеге шунда – ул халыҡсан. Ябай, яныбыҙҙа йәшәгән кешеләрҙе һәм уларҙың көндәлек тормоштарын күрһәтә. Улар үҙҙәренең ысын булыуҙары һәм ихласлығы менән тамашасыны йәлеп итә алды. Мин үҙем һәр тапшырыу алдында ниндәйҙер һоҡланыу, ғәжәпләнеү хистәрен тоя инем. Һәр сығарылыш һайын тамашасыбыҙ ҙа үҙе өсөн бәләкәй генә асыш эшләһә лә, беҙҙең эшебеҙ юҡҡа булмаған тип ышанам.

Гүзәл ХӘСӘНОВА, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының телевидение буйынса баш мөхәррире, проект концепцияһы авторы:
- Былтыр уҙған “Медиайыйын”да милләт-ара мөнәсәбәт, төрлө милләттәр тураһында тапшырыуҙар, журналистик мәҡәләләр тураһында етди һөйләшеү булды. Ошонан һуң беҙ, БСТ коллективы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына “Беҙ бергә. Тәмле” тапшырыуын эшләргә тәҡдим менән сыҡтыҡ.

Телеверсияға килгәндә, ни өсөн беҙ милләттәр тураһында һөйләүҙе милли аш-һыу менән бәйләргә уйланыҡ тигән һорау килеп тыуа. Беренсенән – милли кухня һәр халыҡтың визит карточкаһы тип әйтергә мөмкин. Шул уҡ йәһәттән беҙҙә, Башҡортостанда, Рәсәйҙә күпселек ризыҡ ғөмүмән милли түгел, ә төбәктең визит карточкаһына әйләнгән. Мәҫәлән, манты, былау, бәлеш кеүек ризыҡты Волга буйы, Уралда йәшәгән һәр бер халыҡ үҙенсә бешерә. Әммә, шул уҡ ваҡытта һәр рецепттың үҙенсәлеге бар. Ана шуларҙы беҙ, тәү сиратта мәҙәни код (фудкод) тип атаныҡ та инде. Тап улар һәр халыҡтың айырмаһын, ниндәйҙер уникаллеген, тарихи тәжрибәһен аса. Әҙерләү ысулдары халыҡтың үҙ-үҙен нисек был донъяла күрһәтеүе, тойоуы менән бәйле. Беҙҙеңсә, фудкод кешенең, теге йәки был милләт вәкиленең мәҙәниәтте, тарихты, үҙ халҡының күңелен аңлау ысулы тип күҙ алдына килтерҙек. Халыҡтар тураһында проект уларҙың милли ризығы аша күрһәтелергә тейеш тинек. Иғтибар итһәгеҙ, тапшырыуҙарҙа төрлө телдәр яңғырай, беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа Башҡортостандағы мәктәптәрҙә өйрәнелгән туған телдәр, мәҙәниәт, фольклор тураһында ла һөйләнек. Һәр бер тапшырыу мәҙәниәт, мәғариф, милли сәйәсәт яғынан теге-йәки был халыҡтың тормошон сағылдырған проектҡа әйләнде.
“Тәмле. Беҙ бергә” сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡытта тормошҡа ашырылды, бының өсөн командаға көнө-төнө эшләргә тура килде. Шул уҡ ваҡытта уны тормошҡа ашырылыуына БР Башлығы гранттары фонды ярҙам итте.
Минеңсә, беҙ был тапшырыуҙа Башҡортостан халыҡтарының ниндәйҙер серҙәрен генә түгел, ә күңел төпкөлөндә һаҡланған уйҙарын да күрһәтә алдыҡ. Проект етди лә һәм бер үк мәлдә шаян да булды. Ул республикала йәшәүсе этностарҙың нисек үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе һәм дуҫлашыуы тураһында.  Моғайын бындай форматтағы тапшырыуҙар киләсәктә лә булыр. Этно-мәҙәни йүнәлеш, туған телдәрҙе өйрәнеү, онотолған традицияларҙы тергеҙеү, шул уҡ ваҡытта халыҡтарҙа һаҡланған шөғөлдәрҙе асыу, улар менән булышҡан кешеләрҙе күрһәтеү һәм, иң мөһиме, фондта һаҡлау – минеңсә, ҙур бурыстарыбыҙҙың береһе.
Кешеләр тигәндә, проектта эшләүсе коллегаларыбыҙ үҙҙәре өсөн дә ҙур тәжрибә туплағандыр тием. Һәр бер герой ул үҙе бер донъя һәм шәхес. Беҙ Башҡортостанда шундай кешеләр йәшәүе менән һәм беҙ уларҙы киң аудиторияға күрһәтә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. “Тәмле. Беҙ бергә” проектының финал өлөшөнә программала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе килә алыр тип ышанабыҙ. Был байрам милли аш-һыу фестивале форматында үтәсәк. БР Мәҙәниәт министрлығы, БР халыҡтар дуҫлығы йорто, БР халыҡтары ассамблеяһы менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ейәнсура районында ҙур майҙанда уҙғарасаҡ. Унда һәр бер халыҡта булған ашамлыҡ ( “лепешка”, “көлсә”, “майикмәк”, “сөсө икмәк” һәм башҡалар) үҙәк фигура буласаҡ. Ул берҙәмлектең символы булып торасаҡ - фестивалгә йыйылыусылар уны милли ризығы рәүешендә

бешереп күрһәтәсәк. Сарала был төр ризыҡтың атамалары картаһы ла эшләнәсәк.

Проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы фонды ярҙамы менән БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, БР Халыҡтары ассамблеяһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында тормошҡа ашырылды. Был проектты Башҡортостан халыҡтары берҙәмлеген күрһәтеүсе тип атаныҡ һәм ул үҙе лә уның бер дәлиле булып тора. Башҡортостан юлдаш телевидениеһына ярҙамға төбәктең мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтары, тарихи-мәҙәни үҙәктәр, йәмәғәт ойошмалары, район хакимиәттәре берҙәм ҡушылды һәм ярҙам итте. Был үҙе дуҫлыҡ һәм берҙәмлектең бер өлгөһө булды.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.

Фото: “Тәмле. Беҙ бергә” проекты ойоштороусыларынан.

 

 

Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ул  –   “Тәмле”!
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ул  –   “Тәмле”!
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ул  –   “Тәмле”!
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ул  –   “Тәмле”!
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ул  –   “Тәмле”!
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ул  –   “Тәмле”!
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ул  –   “Тәмле”!
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ул  –   “Тәмле”!
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө ул – “Тәмле”!
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: