Йәмғиәт
18 Августа 2023, 06:00

Был – яугир егеттәрҙең һуңғы фото-сәләме

Азамат менән Айгиз айырылмаҫ ике дуҫ, ауылдаш, урамдаш, класташ, хатта парталаш була... 

Был – яугир егеттәрҙең һуңғы фото-сәләмеБыл – яугир егеттәрҙең һуңғы фото-сәләме
Был – яугир егеттәрҙең һуңғы фото-сәләме

Әбйәлил районының Хәлил ауылынан Азамат Дәүләтҡолов менән Айгиз Ирназаров айырылмаҫ ике дуҫ, ауылдаш, урамдаш, класташ, хатта парталаш була. Улар ил именлеге һағына баҫып, хәрби хеҙмәт юлын һайлай, Украиналағы махсус хәрби операцияла ла бергә була.

“Был фотоға ҡараған һайын йөрәк өҙөлә. Йөҙкәйҙәрегеҙҙе мәңгеләштергән ошо мәлдә күпме генә йәшәр ғүмерегеҙ ҡалған булғандыр, балаҡайҙар?! Алыҫтан – Украина еренән хушлашыу сәләме булып килгән һуңғы кадр ул. Унда ла хас беҙҙәгесә кеүек йәшеллек – йәй, ағастар, хатта баҡса рәшәткәләре лә оҡшаш. Тик артҡы фондағы танк күңелгә шом һала, был ерҙәрҙән тыныслыҡ ҡасҡанына, йән-яҡтан үлем һағалап торғанына ишаралай... Танк эсендә ғүмерҙәре өҙөлә лә инде Азамат Дәүләтҡолов менән Айгиз Ирназаровтың. Бөгөн батырҙарыбыҙҙың һәләк булыуына 1 йыл. Яҡты хәтер менән иҫкә алайыҡ!” – тип яҙҙы яҡташтары социаль селтәрҙә.

Әбйәлилдәр данлы яҡташтары хаҡында яҡты хәтер һаҡлай. Быйыл ҡышҡыһын Хәлил мәктәбендә егеттәрҙең исемен мәңгеләштергән таҡтаташ асылған.

Башҡортостан Башлығы Указы менән улар М. Шайморатов ордены менән наградланған (үлгәндән һуң). Таҡтаташ асылған көндә Азамат менән Айгиздең әсәйҙәренә Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылған.

Ил һаҡсыларының мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын. Яҡындарына сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ.

Фото: vk.com/im

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас