Тоғро дуҫтарыбыҙҙың береһе Мәҙинә ханым "Бәйләнештә" социаль төркөмөндә бына нимә тип яҙған:
– Әсәйем 96 йәшенә аяҡ баҫты. Яҡын кешебеҙгә бәхет, һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Шул тиклем аҡыллы, изге күңелле ул. Һигеҙ баланы аяҡҡа баҫтырыуы һоҡланғыс бит. Ҡәҙерлебеҙ 100 йәшкә етһен! Әсәй, һинең алдыңды башыбыҙҙы эйәбеҙ, һәр йәһәттән дә ярҙамың өсөн ҙур рәхмәттәр әйтәбеҙ.
Ысынлап та, Заһира Мостафина – һоҡланғыс шәхес! Ул сығышы менән Федоровка районының Батыр ауылынан. Ҡыҙғаныс, йәшләй генә етем ҡалған. 15 йәшенән хатта ир-ат башҡарған эште лә үҙ иңендә күтәреүе ғәжәп бит! Свердловск өлкәһендә ағас ҡырҡҡан, торф сығарған, улай ғына ла түгел, трактор йөрөткән, ҡыҫҡаһы, ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙен һәр яҡтан да алдынғы итеп күрһәткән.
"Башҡортостан" гәзите шулай уҡ Заһира Хәйҙәр ҡыҙына тыныс ҡартлыҡ, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә матур йәшәүен теләй.
Фото: Мәҙинә Яҡупова.