Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь , 21:25

Өҫтөнлөклө зоналарҙы үҫтереү перспективалары тикшереләсәк

22-25 ноябрҙә Өфөлә халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә

Өҫтөнлөклө зоналарҙы үҫтереү перспективалары тикшереләсәк
Өҫтөнлөклө зоналарҙы үҫтереү перспективалары тикшереләсәк

Унда федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, төрлө илдәрҙән, шул иҫәптән Ҡытай, Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Төркиә, Иран һәм башҡаларҙан рәсми делегациялар ҡатнашасаҡ. Форумдың эшлекле программаһының икенсе көнөндә тармаҡ секцияһы үтәсәк. Сарала төрлө спикерҙар, шул иҫәптән Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының төбәк үҫеше департаменты директоры урынбаҫары Александр Солдатов, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы вәкилдәре һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

–Фекер алышыуҙың төп темаһы – инфраструктура майҙансыҡтарында ярҙам саралары һәм өҫтөнлөклө зоналарҙы үҫтереү перспективалары. Бынан тыш, индустриаль парктар һәм сәнәғәт технопарктарын булдырыуҙа дәүләт ярҙамы сараларын ҡулланыу мөмкинлектәрен, шулай уҡ резидент предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү механизмдарын тикшерәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

 

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас в