Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь , 21:00

Һәр әсәй ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ

Биш бала әсәһе Айгөл Юлдыбай ҡыҙы Рахманғолова Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылыда йәшәй. 

Һәр әсәй ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ
Һәр әсәй ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ

Һәр гүзәл зат вәкиленең иң төп бәхете – әсә булыуҙа. Тап шуғалыр ҙа барлыҡ әсәйҙәр ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ. Тап шуға ла ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Халыҡ-ара әсәйҙәр көнө билдәләнә. Был матур көн айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Донъя йәмле әсәйҙәр менән!” тигән конкурс бара. Беҙ унда ихлас ҡатнашҡан, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәгән әсәйҙәр менән таныштыра барабыҙ.

Айгөл Юлдыбай ҡыҙы Рахманғолова Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында йәшәй. Биш бала әсәһе ул. Балаларға һөйөүе бәләкәй ваҡытынан. Сибай педагогия училищеһында уҡытыусылыҡҡа уҡып сыҡҡан. Артабан хеҙмәт юлын Комсомол (хәҙерге Сәйғәфәр) ауылында башлаған. Уның фиҙакәр хеҙмәте бихисап маҡтау грамоталары менән баһаланған. Айгөл Рахманғолова йыр-моңға әүәҫ. Ауылдарында үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Комсомол ауылы егете Илдарға кейәүгә сығып, биш балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Улар инде үҙҙәре лә, атай-әсәйенә ҡыҙыллыҡ килтермәй, яратҡан һөнәрҙәренә эйә булып, өлкәндәре үҙаллы тормош ҡороп йәшәйҙәр. Дилә исемле ҡыҙҙары хәҙер кейәүҙә. Ире менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Ауылда хатта шәхси магазин асып ебәргәндәр. Шулай итеп, йәш ғаилә, заман ауырлыҡтарына һылтанмай, үҙ эштәре менән шөғөлләнә, балалар тәрбиәләргә ынтыла. Улдары Рәил атаһы менән бергә Себер  тарафтарында эшләй. Айгөл менән Илдар Рахманғоловтарҙың өсөнсө улдары Заһир - Магнитогорск дәүләт техник университетының VI курс студенты. Кескәйҙәре – игеҙәктәре Илүзә менән Дилүзә, ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштереп, уңышлы ғына эшләп йөрөй.

Айгөл менән Илдар Рахманғоловтар шәп әсәй менән генә атай ғына түгел, хәҙер бына тигән өләсәй менән олатай ҙа! Өс ейәндәре менән бер ейәнсәренең үҙҙәренә килгәндәрен көтөп алалар.

Айгөл Юлдыбай ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланған. Ул – хеҙмәт ветераны. Уның өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ, дуҫтар, комментарийҙар яҙығыҙ, лайктар ҡуйығыҙ.

Фотолар Айгөл Рахманғолованың шәхси архивынан.

Һәр әсәй ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ
Һәр әсәй ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ
Һәр әсәй ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ
Һәр әсәй ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ
Һәр әсәй ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ
Һәр әсәй ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ
Һәр әсәй ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в