

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры итеп Ирина Голованова тәғәйенләнгән.
Белешмә:
Ирина Александровна Голованова 1973 йылдың 3 октябрендә Күмертау ҡалаһында тыуған. Күмертау авиация техникумын, Башҡортостан дәүләт аграр университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Агропромбанктың Ермолаевка бүлексәһендә кредит инспекторы булып башлай.
1999 йылда - Социнвестбанктың Күмертау филиалында бухгалтер-оператор.
1999 - 2006 йылдарҙа - Ермолаевка спирт-араҡы комбинатында финанс-иҡтисад бүлегендә баш иҡтисадсы, начальник.
2006-2007 йылдарҙа - Күмертау ТЭЦ-ында 1-се категориялы бухгалтер, баш бухгалтер.
2008 йылда – “Башагропродукт” аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү республика агентлығы” дәүләт унитар предприятиеһында генераль директорҙың иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары.
2008 - 2013 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының производство-иҡтисад бүлеге белгесе, мөдир.
2013 - 2018 йылдарҙа – Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
2018 - 2019 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы ярҙамсыһы.
2019 - 2023 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары, министрҙың беренсе урынбаҫары, министр вазифаһын башҡарыусы.
https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/172311.html