Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель , 15:30

Туймазылар етешһеҙлекте бөтөрҙө

Аҙна башында Радий Хәбиров төҙөкләндереү эштәре менән ҡәнәғәт түгеллеген әйткәйне. 

Туймазылар етешһеҙлекте бөтөрҙө
Туймазылар етешһеҙлекте бөтөрҙө

Аҙна башында үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә яҙғы төҙөкләндереү эштәре тикшерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әле һаман йүнле тәртип булдырылмаған муниципалитет башлыҡтарын шелтәләне.

Дүрт район – Әлшәй, Йылайыр, Краснокама һәм Нуриман райондары Башлыҡтың һыу һибеүсе машиналар алыу буйынса йөкләмәһен үтәмәгән. Был райондарҙа юлдарҙы йыуҙырыу өсөн бер техника ла юҡ. Шулай уҡ Радий Фәрит улы коммуналь техниканың яҙғы-йәйге миҙгелгә әҙерлек кимәле менән дә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Тик 14 район - Өфөнөң Ленин районы, Ағиҙел, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Дүртөйлө, Бәләбәй, Ишембай, Мәләүез, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Учалы ҡалалары юғары кимәлдә әҙер. Баш ҡаланың Дим, Калинин, Киров, Октябрь, Орджоникидзе райондары, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Нефтекама ҡалаларының әҙерлеге уртаса. Өфөнөң Совет районында һәм Туймазыла иһә әҙерлек кимәле түбән булып ҡала. Был райондарға шелтә белдерелде.

Кәңәшмәнән һуң өс көн үткәс, беҙ Туймазы ҡалаһына шылтыраттыҡ һәм хәлдәр торошо менән ҡыҙыҡһындыҡ. Туймазы ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфис Шәңгәрәев әйтеүенсә, әле эштәр тәртипкә һалынған, ҡалала төҙөкләндереү әүҙем алып барыла.

– Әлеге ваҡытта ҡала буйлап ун берәмек техника эшләй. Өмәләр үткәрә башланыҡ. Кисә-бөгөн һауа шарттары һәйбәт, шуға күрә мәктәп уҡыусылары, студенттар, предприятие хеҙмәткәрҙәре өмәгә сыҡты. Апрель аҙағына тиклем тәртип булдырыласаҡ. Коммуналь техниканың ваҡытында әҙерләнеп өлгөрмәүенең сәбәбе – ташҡынға ҡаршы саралар үтте һәм техника шул эштәрҙә ҡатнашҡайны. Бөгөн тағы бер тапҡыр коммуналь техниканың әҙерлеге тикшереләсәк. Подрядсылар әйтеүенсә, бөтә техника әҙер, әле әүҙем рәүештә ике сменала эшләйҙәр. Шулай уҡ соҡорҙарҙы ямау буйынса ике бригада йөрөй. Был аҙна аҙағына тиклем бер нисә өмә буласаҡ һәм апрель аҙағында ҡала тулыһынса таҙарасаҡ, – тине ул.

Фото: Туймазы районы хакимиәте. 

Туймазылар етешһеҙлекте бөтөрҙө
Туймазылар етешһеҙлекте бөтөрҙө
Туймазылар етешһеҙлекте бөтөрҙө
Туймазылар етешһеҙлекте бөтөрҙө
Туймазылар етешһеҙлекте бөтөрҙө
Туймазылар етешһеҙлекте бөтөрҙө
Туймазылар етешһеҙлекте бөтөрҙө
Туймазылар етешһеҙлекте бөтөрҙө
Туймазылар етешһеҙлекте бөтөрҙө
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: