Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь , 17:30

Япония республика Башлығын һайланы

Шул уңайҙан урындағы ҡатын-ҡыҙҙар хатта бергә йыйылып, япон мәҙәниәтендә бәхет һәм шатлыҡ символы булған веерҙар менән бейеү бейене.

Япония  республика Башлығын һайланы
Япония республика Башлығын һайланы

- Япония Башҡортостандың Әбйәлил районында ҡайҙан барлыҡҡа килгән? - тип һорай аптырап уҡыусылар. Японияға тиклем нисек барырға, тип һораһағыҙ, һеҙҙе Көнсығыш Азияға ебәрмәйәсәктәр, ә туранан-тура Рысҡужаға ебәрәсәктәр. Был ауыл район үҙәгенән 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

- Япония, Рысҡужа, Субан  тип әйтегеҙ - һәм был беҙҙең хаҡта икәнен барыһы ла аңлаясаҡ, - ти  урындағы халыҡ. (Авторҙан- бер ауыл өс атама менән йөрөтөлә. Рәсми исеме – Рысҡужа)

 Әйткәндәй, улар үҙҙәрен япондар тип атауҙары менән ғорурлана.

Сөнки ошо исем артында ауылда тыуып үҫкән данлы батыр Ғималетдин Яҡуп улы Яҡупов күрһәткән ысын батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ тарихы йәшеренә. 1904-1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында ҡатнашыусы күкрәгенә өс Георгий тәреһе тағып ҡайтҡан. Алыштарҙа һул ҡулын юғалта. Ғималетдин Яҡуп улы ҙур, лайыҡлы һәм ҡыҙыҡлы ғүмер кисергән, 1955 йылда вафат булған, һуңынан ҡеүәтле ырыу ағасын ҡалдырған. Яҡуповтар әле лә районда бик хөрмәтле. Улар үҙенең ата-әсәһе, батыр иҫтәлегенә тыуған ауылында урындағы клуб алдында мемориаль таҡтаташ ҡуйған. Һалдаттың ҡыҙы Хөснә Ғималетдин ҡыҙы һөйләүенсә, уның атаһы һәр саҡ һуғыштың фажиғәле ваҡиғалары тураһында бәйән иткән «Порт-Артур» йырын башҡарған. Һуңынан был йыр менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Рысҡужаның ир-егеттәрен оҙатҡандар, ә улар 79 кеше булған.

36 һалдат ҡына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан, осрашыуҙар ваҡытында улар мотлаҡ «Порт Артур»ҙы йырлаған, был йыр урындағы яугирҙәрҙең гимнына әүерелгән. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң был ауылға – Япония тигән исем ҡушылған да инде.

Махсус хәрби операция башланғандан алып туғыҙ Рысҡужа егете донъябыҙҙы неонацизмдан яҡларға «Порт Артур» йыры менән яуға киткән.

Һайлауҙың һуңғы көнөндә урындағы япон ҡатын-ҡыҙҙары Земфира Зәйнуллина, Фирүзә Хөсәйенова, Заһира Мостафина милли кейем кейеп, ҡунаҡтарҙы 763-сө участка һайлау комиссияһы алдындағы майҙанда япон бейеүе менән ҡаршы алды.

 - Япония республика Башлығын һайланы! Башҡортостаныбыҙға сәскә атыуын, именлек теләйбеҙ һәм егеттәребеҙҙең махсус операция яланынан тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - тип теләй улар.

Әйткәндәй, Япония Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа халыҡтың әүҙем ҡатнашыуын күрһәтте.

Фото һәм текст авторы: Әлиә Мусина

Сығанаҡ: “Абзелил”

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: