Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь , 20:50

Берҙәмлектә – көсөбөҙ

Бөгөн "Башҡортостан" республика ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәрҙәре - социаль өлкә бүлеге мөдире Айһылыу Низамова һәм фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов - Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов менән осрашып әңгәмә ҡорҙо.

Берҙәмлектә – көсөбөҙ
Берҙәмлектә – көсөбөҙ

Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәге үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Баш ҡалабыҙҙан артыҡ йыраҡ урынлашмаған Ғафури районы иһә үҙенең уңған, егәрле халҡы менән дан тота. Өҫтәүенә бында тәбиғәт тә таң ҡалырлыҡ! Еҙем, Егән һәм Көгөш (Усолка) йылғалары ғына үҙе ни тора! Хатта Аҡкүл, Красноусол минераль һыуҙар, Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сәтләүек ҡыуаҡлыҡтары, Еҙем йылғаһының урта ағымындағы шыршылыҡтар тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән.

Районда иҡтисад, эшҡыуарлыҡ тармаҡтарында ла яҡшы күрһәткестәр бар. “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре даими үткәрелә, унда ҡаралған мәсьәләләрҙең хәл итеү юлдары эҙләнә. Республикабыҙҙың һәр төбәгендәге кеүек, Ғафури районында ла махсус хәрби операция ҡатнашҡандарға гуманитар ярҙамды ойоштороу буйынса эш бер көнгә лә туҡтамай. Улар был изге ғәмәлгә баштан уҡ бик әүҙем ҡушылғайны. Берҙәмлектә - көс, тип эш итә ғафуриҙар. Егеттәребеҙгә аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, медикаменттар, техника һәм башҡа кәрәк-яраҡтар даими ебәрелә. Ауыр минуттарҙа бергә булырға, бер-береңә ярҙам итергә, тип изге уй-ниәт менән эшләйҙәр.

Районда сәләмәт тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә тырышалар. Был йәһәттән ҡаҙаныштары ла байтаҡ.

Заман ауырлыҡтарына һылтанырға яратмай ғафуриҙар. Республикабыҙ, илебеҙ мәнфәғәттәренә тырышалар, шул иҫәптән матбуғат сараларына әүҙем яҙылалар. Ошо һәм башҡалар тураһында бөгөн һөйләшеү булды күптән түгел Ғафури районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгән Венер Фәнир улы Вахитов менән. Уға эшендә уңыштар, уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын, Ғафури районы һәм тыуған Башҡортостаныбыҙ мәнфәғәтендә уйланылған барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Венер Фәнир улы менән әңгәмә иһә "Башҡортостан" республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең киләһе һандарының береһендә донъя күрәсәк.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

 

 

 

 

 

 

 

Берҙәмлектә – көсөбөҙ
Берҙәмлектә – көсөбөҙ
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: