Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар , 22:00

Ихатаһы әкиәт донъяһын хәтерләтә

Бар бит шундай оҫталар! Уларҙың ижади эшенән хатта күҙҙәр ҡамаша

Ихатаһы әкиәт донъяһын хәтерләтә
Ихатаһы әкиәт донъяһын хәтерләтә

Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙған.

Федоровка районының Аҡбулат ауылынан Василий Николаевич Кролевецкий үҙенең ихатаһында Яңы йыл әкиәтен булдырған. Ҡараңғы төшөү менән уның ихатаһы, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең күҙ яуын алып, төрлө төҫтәргә мансыла икән. Василий Николаевич ихатаһын Яңы йыл иллюминацияһы менән биҙәй: металдан төрлө һындар булдырған һәм уларҙы гирлянда менән биҙәгән. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, барыһы ла ейәндәренә ҡар тауы эшләүҙән башланған. Хәҙер уның ихатаһы әкиәт донъяһын хәтерләтә.

Сығанаҡ, фото: Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдиновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Ихатаһы әкиәт донъяһын хәтерләтә
Ихатаһы әкиәт донъяһын хәтерләтә
Ихатаһы әкиәт донъяһын хәтерләтә
Ихатаһы әкиәт донъяһын хәтерләтә
Ихатаһы әкиәт донъяһын хәтерләтә
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: