Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
28 Март , 10:30

Суфия инәйҙе 100 йәше менән ҡотлайбыҙ!

Янында иң яҡындары булыуы – иң ҙур бәхет

Суфия инәйҙе 100 йәше менән ҡотлайбыҙ!
Суфия инәйҙе 100 йәше менән ҡотлайбыҙ!

"Бәйләнештә"  социаль селтәрендә Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров шатлыҡлы яңылығы менән уртаҡлашған.

– Яңы Муса ауылынан Суфия Сәлихованы 100 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотланыҡ. Ул ире Хәсән Сәхәбетдин улы менән өлкән ағаһының ике улын ҡарап үҫтергән. Аҙаҡтан иһә үҙҙәренең өс балаһын аяҡҡа баҫтырған. Бөгөн уның хәле, элекке ваҡыттағы шикелле, әллә ни шәптән түгел. Әле ул ғәзиз кешеләренең ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисерә.

Ришат Әнис улы белдереүенсә, тыуған көнөндә Суфия инәйҙең янында иң яҡындары булыуы – иң ҙур бәхет.

"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре лә Суфия Сәлихованы тыуған көнө менән ҡотлай, күңел тыныслығы теләй.

Фото: Ришат Мансуров.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: