

6 июндә Хәйбулла районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Аҡъяр ауылының йәмиғ мәсетендә булды. Республиканың барлыҡ мәсеттәрендәге кеүек, бында ла Ҡорбан байрамы уңайынан байрам вәғәзе үтте, уны мөфтөй, төбәк мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин һөйләне.
Республика етәксеһе мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, коллектив намаҙҙа ҡатнашты һәм диндарҙар менән аралашты.
– Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр! Хөрмәтле мөфтөй Айнур хәҙрәт! Изге Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым! Хөрмәтле мөфтөй Айнур хәҙрәт! Хөрмәтле ватандаштар! Һеҙҙе Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым! Ул көндө ғаиләләребеҙ, яҡындарыбыҙ өсөн доға ҡылабыҙ, мохтаждарға ярҙам итәбеҙ. Әлбиттә, беҙҙе яҡлаған яугирҙәребеҙ өсөн доға ҡылабыҙ, улар еңеү менән иҫән-һау ҡайтһын, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк Башлығы шулай уҡ республика халыҡтарының татыулығын һәм күп милләтле берҙәмлеген һаҡлауға индергән өлөшө өсөн Башҡортостандың рухи лидерҙарына рәхмәт белдерҙе.
Фото: glavarb.ru.