+21 °С
Болотло


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, блогер һәм сәйәхәтсе Рөстәм Нәбиевты күптән түгел өсөнсөгә атай булды. Индира һәм Рөстәм Нәбиевтарҙың күптән көткән улдары донъяға килде.
"Бөгөн күп балалы ғаилә сертификаты алдыҡ. Беҙ был статуста бер айҙан ашыу инде, әммә һаман да ышанмайым. Беҙҙең өс бала.. Өс. Хоҙайым, ниндәй шатлыҡ ул. Ҙур ғаилә ҡороу тураһындағы хыялым тормошҡа ашты!" - тип яҙған блогер.
Фото: Рөстәм Нәбиевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән