Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль , 19:20

"Айырылышыуыбыҙҙың сәбәптәре күп"

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Ләйлә Ғәлиева шәхси тормошона ҡағылышлы серҙәрен асҡан. "Бергә йәшәгән сағыбыҙҙа уҡ Рөстәмгә дини ҡатын осрауын теләй инем. Был теләгем ысынға ашты", - тигән ул. Тулыраҡ:

"Айырылышыуыбыҙҙың сәбәптәре күп"
"Айырылышыуыбыҙҙың сәбәптәре күп"

Ләйлә һәм Рөстәм Ғәлиевтәр 15 йыл йәшәгәндән һуң, былтыр уларҙың юлдары айырылды.

Ләйлә Ғәлиева һүҙҙәренсә, ике лидерға бер өйҙә һыйышыуы ауыр. Был хаҡта ул "ТНВ" каналының "Һөйләшергә ваҡыт" тапшырыуына интервьюһында һөйләгән. ‎Йырсы билдәләүенсә, никахтарының тарҡалыу сәбәптәре күп: ул йәш айырмаһының ҙур булыуы ла, дингә ҡараштарының айырылыуы ла, артист булараҡ конкурентлыҡ та. Мөнәсәбәттәрҙәге көрсөктөң нигеҙе ижадҡа бәйле, тип һанай Ләйлә Ғәлиева.

‎- Тәүлегенә 24 сәғәт бергә булыуыбыҙ ҙа үҙенекен иткәндер - бер-беребеҙҙән арығанбыҙҙыр, моғайын. Айырылышыуыбыҙҙан һуң уның икенсе ҡатын менән мөнәсәбәт ҡороуына һөйөндөм генә. Бергә ғүмер иткән саҡта уҡ Рөстәмдең дини ҡатын осратыуын теләй инем. Ул дин менән ҡыҙыҡһынғас, минең дә Исламға килеүемде теләне, әммә мин быға әҙер түгелмен, ваҡытым етмәгән әле. Рөстәмгә мин бәхет кенә теләйем, - тигән ул.

‎Бынан тыш, йырсы әйтеүенсә, уға бала саҡтан малайҙарса холоҡ-фиғел хас булған, ә ҡатын-ҡыҙ энергияһы унда айырылышыуҙан һуң ғына "уянған". ‎Фото: йырсының шәхси архивы. ‎ ‎

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас