Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль , 00:15

Көликмәк бешергәнегеҙ бармы?

Көликмәк (көл икмәге, көлгикмәк, ҡузикмәк, ҡуликмәк, ҡулғикмәк, сөсикмәк) - сөсө (әсеткеһеҙ) икмәк. Элек уны көлгә күмеп бешергәндәр. Атамаһы ла шунан ҡалған.

Көликмәк бешергәнегеҙ бармы?
Көликмәк бешергәнегеҙ бармы?

Күптәр "Башҡорт ауылы тормошонан" төркөмөн яратып ҡарап баралыр. Был көликмәктең рецебы ла тап ошо төркөмдән алынды.

ИНГРЕДИЕНТТАР (2 икмәк өсөн):

1) 1300 грамм он;
2) 2 йомортҡа;
3) 1 көмөш ҡалаҡ (балғалаҡ) сода;
4) 1 аш ҡалағы тоҙ;
5) 2 аш ҡалағы ауыл ҡаймағы (һалмаҫҡа ла була);
6) 2 аш ҡалағы шәкәр;
7) 0,75 литр йылымыс һөт.

Бөтәһен бергә ҡушып ҡамыр баҫып, 15 минутҡа һалып торорға кәрәк. Аҙаҡ ике өлөшкә бүлеп, табаларға һалып, ҡул менән баҫҡылап кәрәкле форма биргәндән һуң, мейестә йәки духовкала берәй сәғәт тирәһе бешерер кәрәк. Тәмле булһын!

Көликмәк (көл икмәге, көлгикмәк, ҡузикмәк, ҡуликмәк, ҡулғикмәк, сөсикмәк) - сөсө (әсеткеһеҙ) икмәк. Элек уны көлгә күмеп бешергәндәр. Атамаһы ла шунан ҡалған.

Ә һеҙҙең яҡта бындай икмәкте нисек атап йөрөтәләр.? Беҙ уны сөсө икмәк тип яратып бешерәбеҙ. Комментарийҙарға яҙығыҙ әле.

Сығанаҡ һәм фото: "Башҡорт ауылы тормошонан"

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Көликмәк бешергәнегеҙ бармы?
Көликмәк бешергәнегеҙ бармы?
Көликмәк бешергәнегеҙ бармы?
Көликмәк бешергәнегеҙ бармы?
Көликмәк бешергәнегеҙ бармы?
Көликмәк бешергәнегеҙ бармы?
Автор: Карима Усманова
Читайте нас