Улар ниндәй ҙә булһа сирҙе баҫырға, кешегә йәшәү көсө бирергә һәләтле. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратҡан, уның менән дуҫ булғандарҙың башҡаларға ҡарағанда сәләмәтерәк булыуы һәм оҙаҡ йәшәүе бер кемгә лә сер түгел.
Саған - аҡыл эйәһе. Кемгәлер асыуың килһә, эсең бошһа, аһ-зарыңды тап ошо ағасҡа һөйләргә кәңәш ителә. Ул дауалау, тынысландырыу көсөнә эйә.
Миләш төшөнкөлөккә бирелеүҙән, рух һыныуҙан һаҡлай, күңелгә һиллек бирә. Баҡса, урман йәме булған ағас кәйефте көйләргә ярҙам итә.
Күптәр ҡайын янына күңеленә ял эҙләп, һағыш-зарын бүлешергә килә. Ул, ысынлап та, үҙ-үҙең һәм башҡалар менән килешмәгән, гармония эҙләгән саҡта иң һәйбәт ярҙамсы. Баш ауыртыуҙы дауалау көсө лә бар нәфис ағаста.
Имән кеүек ныҡ бул, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ул зиһенде тупларға, тәүәккәл булырға булышлыҡ итә, тигән ышаныу бар. Ағас ни тиклем ҡартыраҡ, уның көсө лә күберәк.
Алмағас - ғаилә именлеге, уның тотороҡлоғо символы. Борондан килгән ышаныуҙар буйынса, тап алмағас үҙ-ара хистәрҙе һаҡлауға, матди яҡтан уңышҡа ирешеүгә булышлыҡ итә.
Тирәк насар уйҙарҙан, кире тойғоларҙан арындыра. Халыҡта тап ул күҙ тейеүҙән һаҡлай, тигән ышаныу ҙа йәшәй.
Ҡарағай - көсөргәнешлекте бөтөрә, йөрәккә ыңғай йоғонто яһай. Ул шулай уҡ үпкә сирҙәренән яфаланғандар өсөн файҙалы. Ҡарағай урманындағы һауаны еҫкәү һаулыҡ өсөн үтә лә файҙалы. Ул кешегә хәл индерә, көсөн арттыра.
Фото: "Врачебная тайна" төркөмөнән.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...