Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март , 15:55

Резервҡа кемдәрҙе алалар?

Контракт өс йәки биш йылға төҙөлә

Резервҡа кемдәрҙе алалар?
Резервҡа кемдәрҙе алалар?

Башҡортостан район хәрби комиссариаттары, мобилизацияланған кешеләр резервына алыу тураһында, контракт төҙөү өсөн граждандарҙы үҙенә саҡыра. Әлбиттә, аҡса түләнә, эш урыны һаҡлана һәм эш хаҡы ла бара.

Рәсәй Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мобилизацияланған кешеләр резервындағыларға хәрби вазифа, хәрби званиеның бирелеүен ҡарайҙар, бынан тыш әлеге эшенән айырылмайынса хәрби һәм махсус йыйындарҙы үтә аласаҡтар. Контракт өс йәки биш йылға төҙөлә.

Буласаҡ резервтағыларға талаптар түбәндәгесә – унда 52 йәшкә тиклемге прапорщик, сержант һәм һалдаттарҙы алалар, 57 йәшкә хәтлемге – кесе офицерҙар һәм 62 йәшкәсә оло офицерҙарҙың кандидатураһын ҡарайҙар.

Мобилизацияланған кешеләр резервындағылар көнөнә өс тапҡыр туҡлана, кейем-һалым бушлай бирелә һәм бушлай медицина тикшеренеүе үтә, бушлай дауалана һәм кеҫәнән бер һум сығармайынса дарыуҙар менән тәьмин ителә.

Резервист булыу өсөн хәрби комиссариатҡа ғариза яҙып тапшырырға кәрәк, улар әйткән документтарҙы йыйыу зарур, хәрби комиссариатта һайлау этабын уҙғаралар, ғәскәри частә аттестация комиссия тикшерә һәм контракт төҙөү мөһим.

Фото: Гүзәл Реанова.

Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас