+14 °С
Болотло
Яҙ етеп, ҡар ирей башлау менән ҡала, райондарҙа тирә-яҡты йыйыштырыу, матурлау буйынса өмәләр башлана.
Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре быйыл да был йолаға тоғро ҡалды. Бөгөн беҙҙә өмә гөрләп торҙо, етәкселәр, журналистар, ғөмүмән, барлыҡ хеҙмәткәрҙәр дәррәү эшкә сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар Матбуғат йортоноң эсен, кабинеттарҙы йыйыштырҙы, ир-егеттәр бина эргәһендәге ҡарҙы алып ташланы. Быйыл ҡар күп яуғас, эш тә күп эләкте.
Иң мөһиме – күмәк тырышлыҡ, берҙәмлек менән матур йола башҡарылды.
Автор фотолары.