Йәмғиәт
29 Апреля , 02:00

Ҡыпсаҡ-Асҡар биләмәһе халҡы яугирҙәргә ярҙам итә

“Ярҙам ебәрелер, яугирҙәрҙең ғаиләләре лә ҡарауһыҙ булмаҫ, иң мөһиме – тыныслыҡ килһен!" – тип теләй улар.

Ҡыпсаҡ-Асҡар биләмәһе халҡы яугирҙәргә ярҙам итәҠыпсаҡ-Асҡар биләмәһе халҡы яугирҙәргә ярҙам итә
Ҡыпсаҡ-Асҡар биләмәһе халҡы яугирҙәргә ярҙам итә

Әлшәй районына сәфәр ҡылғанда, Ҡыпсаҡ-Асҡар биләмәһе халҡының тормош-көнкүреше менән таныштыҡ, уларҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер икәнлектәрен күреп һоҡландыҡ. Өсөнсө йыл инде ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә. Уларҙың изге теләктәрен теләп, доғалар уҡып, йән йылыһын һалып әҙерләгән селтәрҙәре күптән инде 100-ҙән ашҡан.

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" патриотик акцияһына ла Ҡыпсаҡ-Асҡар биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы дәррәү ҡушылған. Маскировка селтәрҙәре үреүҙән тыш, яугирҙәргә өйҙә әҙерләнгән ризыҡтар ебәрергә тип тә йыш йыйылыша ҡатын-ҡыҙҙар. Күптән түгел гигиена кәрәк-ярағы, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек янына туҡмас киҫеп, татлы сәксәк бешереп, ике төрлө итеп кәбеҫтә тоҙлап, ҡорот, ҡаҡ биреп оҙатҡандар. Умартасылар ғаиләһе Гүзәлиә менән Фәрхәт Йосоповтар МХО-лағы ауылдаштарына 20 контейнер бал бүләк иткән.

Ауылдаштарҙың берҙәмлеге, күмәк көс һөҙөмтәһендә яуҙағы ир-егеттәргә 12 посылка әҙерләп ебәрелгән. “Ошо изге ғәмәлдә ҡатнашҡан һәр берегеҙгә һаулыҡ насип итһен Хоҙайым!” – тип рәхмәт белдерә ярҙам ойоштороусы әүҙемселәрҙең береһе Рәмзиә Ғәмбәрис ҡыҙы Иманғолова.

“Ярҙам ебәрелер, яугирҙәрҙең ғаиләләре лә ҡарауһыҙ булмаҫ, иң мөһиме – тыныслыҡ килһен. Илебеҙ сиктәрен һаҡларға киткән егеттәребеҙ барыһы ла тыуған төйәгебеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, Аллаһ бирһә. Күмәкләп ауылыбыҙ менән байрам итергә яҙһын!” – ошо мөҡәддәс теләк-доғаны һәр күңел ҡабатлай.

 

Айрат Нурмөхмәтов фотолары.

Ҡыпсаҡ-Асҡар биләмәһе халҡы яугирҙәргә ярҙам итә
Ҡыпсаҡ-Асҡар биләмәһе халҡы яугирҙәргә ярҙам итә
Ҡыпсаҡ-Асҡар биләмәһе халҡы яугирҙәргә ярҙам итә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас