

“Беҙҙең ауылда бер ғаилә бар: ире 90-сы йылдар аҙағында бизнесҡа тотоноп, магазин асты. Һуңғы йылдарҙа йылҡы ла аҫрай. Ҡатыны уҡытыусы булып эшләй. Магазин да, йылҡы ла арыу уҡ яҡшы табыш килтерәлер инде, былар ныҡ ҡына байып китте. Икеһендә – ике сит ил машинаһы, ике ҡатлы итеп йорт һалып инделәр, йыл һайын ял йортона йә диңгеҙ буйына йөрөйҙәр.
Бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Улдары ғаиләһе менән Мәскәү яғында йәшәй шикелле. Ә ҡыҙҙары Өфөлә, модель булып эшләй тиҙәр. Төрлө матурлыҡ конкурстарында ҡатнашып, әллә ниндәй исемдәр яулауы тураһында әсәһе социаль селтәрҙә гел генә фотолар ҡуя, ҡыҙы менән үҙенсә ғорурланып, беҙҙеңсә әйткәндә, маҡтанып яҙа. Ысынлап та, уларҙың ҡыҙын телевизор аша төрлө сараларҙа ҡунаҡтар ҡаршылап йөрөгән ҡыҙҙар араһында күргәнем бар. Әйтерлек түгел, төҫкә-башҡа сибәр, оҙон буйлы.
Был уҡытыусы ҡатын шул ҡыҙын беҙҙең балаларға гел өлгө итеп ҡуя. Минең ике ҡыҙым да (береһенә – 13, икенсеһенә 16 йәш) мәктәптән ҡайтып гел шуны һөйләй. “Лиана шундай-шундай конкурста ҡатнашҡан. Лиана сит илдә үткән сараға бара. Лиана... Лиана...”. Үҫмер саҡта бөтәһенең дә матур, билдәле булғыһы, киноларҙа күрһәтелгән рәхәт тормошта йәшәгеһе, сәйәхәт иткеһе килә бит инде.
Ә ысынында ул Лиана бер билдәле генә артистыңмы, әллә ҙур ғына бер хужаныңмы һөйәркәһе тип һөйләйҙәр ауылда. Әммә был турала ҡыҙҙарыма әйтә алмайым бит инде... Ә улар Лиана кеүек булғылары килә.
Әсәһе лә бер нәмә лә белмәй микән, әллә белмәмеш булып ҡыланамы? Белһә, мәктәп балаларына өлгө итеп ҡуйып, “ана шулай маҡсатлы булығыҙ” тип өйрәтеп ултырмаҫ ине, тип уйлап ҡуям. Кем нимә уйлай был турала? Шундай ҡыҙҙы балаларығыҙға өлгө итеп ҡуя алыр инегеҙме?
Мансура.
Б. районы”.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды. (Фотоның мәҡәләгә тура ҡағылышы юҡ).
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan