Йәмғиәт
30 Мая , 08:30

Нурзиләнең хәле нисек?

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан “Салауат” компанияһы хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районының  Дәүләт ауылында йәшәгән Нурзилә Исламғолованың хәлен белеште. 2024 йылда янғын ваҡытында һеңлеләрен ҡотҡарған саҡта ҡыҙҙың тәненең яртыһынан ашыуы ныҡ бешкән ине.

Нурзиләнең хәле нисек?Нурзиләнең хәле нисек?
Нурзиләнең хәле нисек?

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан “Салауат” компанияһы хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районының  Дәүләт ауылында йәшәгән Нурзилә Исламғолованың хәлен белеште. Ул уҡыуҙағы уңыштары һәм ҡаҙаныштары хаҡында компания директоры Таһир Бәхтигәрәев менән осрашыу ваҡытында уртаҡлашты.

2024 йылда янғын ваҡытында һеңлеләрен ҡотҡарған саҡта ҡыҙҙың тәненең яртыһынан ашыуы ныҡ бешкән. Күп һанлы операцияларҙан һуң ҡатмарлыҡтар уны аяҡҡа баҫыу мөмкинлегенән мәхрүм итте. Нурзиләгә бик етди реабилитация талап ителде Рус баҡыр компанияһының Хәйриә фонды һәм “Салауат” компанияһы ярҙамы менән ҡыҙыҡай “Доктор Волкова” клиникаһында (Екатеринбург ҡалаһы) оҙайлы аяҡҡа баҫтырыу, йәғни реабилитациялау процедуралары курсын үткән. Табиптарҙың профессиональ тәрбиәләүе уға аяҡҡа баҫырға һәм йәнә атларға өйрәнергә мөмкинлек бирҙе.

Таһир Тимербай улы әсәһе Гөлсибәр Исламғолова менән ҡыҙҙың һаулығын нығытыу процесын тикшерҙе. Ул шулай уҡ артабан уның хәлен яҡшыртыу өсөн ниндәй өҫтәмә ярҙам талап ителеүе мөмкин икәнен билдәләне.

Сәфәр аҙағында компания вәкилдәре Исламғоловтар ғаиләһенең балаларына бүләктәр тапшырҙы, иң изге теләктәрен еткерҙе.

Фото һәм сығанаҡ: “Салаватское” төркөмөнән.

Нурзиләнең хәле нисек?
Нурзиләнең хәле нисек?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас