

Уйланылмай әйтелгән ҡаты һүҙ менән йыш ҡына яҡын кешеләребеҙҙең күңелен яралайбыҙ. Сания апай һөйләгәндәре был һүҙҙәргә йәнә бер инандырҙы.
– Әсәйем шул тиклем балан яратты. Туғайҙа бешер-бешмәҫтән уны йыйырға сығып китә ине. Башҡалар ҙа тик ятмай. Балан йыйыу осоро үҙе бер күңелле мәл була торғайны. Бүкән-бүкән баландар әҙерләй торғайны ул ҡышҡылыҡҡа. Ҡунаҡтар килһә лә, сәй өсөн иң тәмле һыйы баландан бешерелгән ризыҡтар ине. Балан бөйөрөгө, балан бәлеше, балан ҡайнатмаһы һәм башҡа тәмлекәстәр.
Йылдар үтеү менән заман үҙгәрҙе, балан ҡыуаҡтарын йорттары эргәһендәге баҡсаларға ултырта башланылар. Йыйып бөтөрәләр тип ҡайғыраһы ла түгел, хәҙер кеше емеште өлгөргәс кенә, үҙенә уңайлы ваҡытта йыйып алыуға ғәҙәтләнде. Һалҡындар төшөп, балан тәмләнгәс йыйылған емеш бигерәк татлы .
Әсәйем дә олоғайҙы, элекке шәплеге лә яйлап һүрелде. Туғайҙа емеш-еләк йыйыу түгел, өйҙә лә әкрен генә хәрәкәтләнде. Бер үҙе йәшәй алмай башлағас, миңә күсеп килде. 80 йәштә булһа ла, бер ҡасан да яңылышып ултырманы, асыҡ зиһенле ине. Ҡунаҡ килер булһа, һәр ваҡыт баландан ризыҡтар бешереүҙе һораны. Уның өсөн иң тәмлеһе балан ине.
Бер көндө күрше ауылда йәшәүсе иң кесе һеңлем Мәүлиҙә әсәйемде алырға киләм тип хәбәр итте. Әсәйем йәһәтләп магазинға барып күстәнәстәр алып, кәрәк-яраҡ әйберҙәрен төйнәнеп әҙерләнә лә башланы. Һеңлем килер булғас, мин аш-һыу бүлмәһенән сыҡманым. Әсәйем үҙ көйөнә йөрөнө.
Һеңлем, ваҡыты булмағас, оҙаҡлап ултырманы. Йыйынып сыға ла башланылар. Шул ваҡыт әсәйемдең ҡулында балан тәлгәштәре тултырылған пакетты күреп ҡалдым. Баҡсамдағы баланымдың быйыл шул тиклем дә тулышып бешеп килеүенә һөйөнөп кенә йөрөй инем. Сыҡҡан ыңғайҙа шул яҡҡа күҙ һалһам, емешһеҙ йолҡоноп ултырып ҡалған балан ҡыуағын күреп йөрәгем әрнене.
Әсенеүем эсемдән урғылып килеп сыҡты. Әсәйемә әрнеп ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым:
-Шул баландың тәмле итеп бешкәнен көтһәң булмай инеме ни? Убыр урынына йолҡҡослағанһың. Һин генә түгел бит, беҙ ҙә балан яратабыҙ!
Шул ваҡыт әсәйем, ҡыйынһынып китеп:
- Һеңлеңде баландан тәмле ризыҡтар менән һыйлайһым килгәйне шул. Рәнйемә инде, балам. Һиңә лә ҡалды бит. Ризыҡҡа яҙған булһа, тағы ла уңыш бирер ул... – тине.
Иң үкенеслеһе – шул ваҡиғанан һуң әсәйем оҙаҡ торманы. Һуңынан мең үкендем әсәйемә ҡаты бәрелгәнем өсөн, тик терһәкте тешләп булмай.
Киләһе йылына баланым бер ҡасан булмағанса күпереп сәскә атты, көҙгә емешенән һығылып ултырҙы. Тик әсәйемдең генә ризығына яҙманы...
Автор фотоһы.