Йәмғиәт
2 Октября , 13:15

Бөрйән башлығы вәкәләттәрен һалды

Был хаҡта Рәмил Абдуллин үҙенең социаль сәхифәһендә хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөрйән башлығы вәкәләттәрен һалдыБөрйән башлығы вәкәләттәрен һалды
Бөрйән башлығы вәкәләттәрен һалды

Бөрйән хакимиәте башлығы булып эшләгән Рәмил Абдуллин үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә икенсе эшкә күсеү сәбәпле, мөҙҙәтенән алда вәкәләттәрен һалыуы тураһында хәбәр иткән.

"Бөгөн, 1 октябрь, мин, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, мөҙҙәтенән алда вәкәләттәремде һалырға ҡарар иттем.
Ишембай тәүге тыуған ерем булһа, Бөрйән - икенсе тыуған төйәгем. Ҡатыным - Бөрйән ҡыҙы, балаларым ошонда тыуып-үҫте, алдан да байтаҡ йылдар районда эшләп киттем. Миңә бында барыһы ла яҡын. Республика Башлығы Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса эшкә килһәм дә, тыуған яғыбыҙға, тип ҡайттым. Алдыма ҙур бурыстар ҡуйҙым. Район хакимиәте башлығы вазифаһында эшләү дәүерендә ҡуйған маҡсаттарыма ирештем, районыбыҙҙың тағы ла матурайыуына, үҫеүенә өлөш индерә алдым, тип әйтә алам. Бөрйән күп күрһәткестәр буйынса республикала алдынғы урындарҙы биләй. Әлбиттә, был яҡшы һөҙөмтәләр - беҙҙең дөйөм хеҙмәт емеше. Берҙәм, көслө бер команда булып эшләгән коллективыма, ойошма етәкселәренә, хеҙмәт коллективтарына, район халҡына сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Тик бергә, бер төптән булып эшләгәндә генә ҙур уңыштарға өлгәшергә мөмкин.
Хөрмәтле райондаштар! Барығыҙға ла именлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, уңыштар теләйем! Бөрйән ере матурлығы, халҡының берҙәмлеге, яҡшылығы менән үҙенсәлекле. Бөрйән артабан да сәскә атһын, үҙ-ара татыулыҡ, берҙәмлек көслө булһын!"- тип яҙған үҙенең сәхифәһендә.

Яңы эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

Сығанаҡ һәм фото: Рәмил Абдуллиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Бөрйән башлығы вәкәләттәрен һалды
Бөрйән башлығы вәкәләттәрен һалды
Бөрйән башлығы вәкәләттәрен һалды
Бөрйән башлығы вәкәләттәрен һалды
Автор:Карима Усманова