Йәмғиәт
3 Октября , 10:00

Анатолий Кашпировский вафат булған

Хәтерегеҙҙә булһа, ул миллионлаған тамашасыларҙы телевизор алдына йыйҙы, төрлө ҡалаларҙа үткән сеанстарҙа һәр саҡ аншлаг булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Анатолий Кашпировский вафат булғанАнатолий Кашпировский вафат булған
Анатолий Кашпировский вафат булған
87 йәшендә экстрасенс Анатолий Кашпировский вафат булған. Хәтерләһәгеҙ, үткән быуаттың 80-90-сы йылдарында уның популярлығы иҫ киткес ҙур булды.
Ул миллионлаған тамашасыларҙы телевизор алдына йыйҙы, төрлө ҡалаларҙа үткән сеанстарҙа һәр саҡ аншлаг булды. Ауылдарҙа халыҡ уның сеансын көтөп алыр, телевизор алдына өс литрлыҡ банкалар менән һыу, ҡаплы тоҙ ҡуйыр ине.
 
Күрәһең, кешене ышандырырлыҡ көскә эйә булған. Сеансынан һуң йүнәлеп китеүселәр ҙә, ышанмаусылар ҙа күп булды. Нисек кенә булмаһын, тотош ил халҡын ышандырырлыҡ көс тапҡан экстрасенсты һәр кем үҙенсә ҡабул иткәндер.
 
Әйткәндәй, Кашпировскийҙың сеансын ҡараусылар бармы әле? Комментарийҙарға яҙып үтһәгеҙ ине.
 
Автор:Карима Усманова