Салауат башҡорт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев Ишембай районының Ибрай ауылында тыуған. Бәләкәйҙән сәхнәлә йырлап йөрөгән үҫмерҙе һәр кем киләсәктә артист итеп күрә. Үҙенең йәшлек йылдарын былай тип хәтерләй артист.
"Мәктәпте тамамлаған йылда Салауат театры өсөн махсус курс йыялар ине. Уҡытыусым ошо хаҡта иғлан күреп ҡалған да: "Риза, бар әле, мотлаҡ үтәсәкһең, тәүге тур Салауатта була", – тип мине дәртләндерҙе. Барҙым. Тәүге һынауҙы үттем, икенсеһенә Өфөгә саҡырҙылар. Ни эшләптер ситкә барғы килмәне. Шуға ла өйгә ҡайтҡас, үтмәнем, тип алдаштым. Атайыма был оҡшаманы һәм, кит, беҙҙең балаларҙан бер ни сыҡмаҫ, тип зәһәр итеп ҡарап, ҡулын һелтәне. Уйға ҡалдым. Атайымдың бөтөнләй эшкинмәгән тип һығымта сығарыуына ғәрләндем. Шулай ҙа ваҡыт еткәс, киттем Өфөгә. Уҡырға алдылар. Атайымдың шул һүҙе ғүмер буйы ҡолағымдан сыҡмай. Ул миңә ауыр ваҡыттарҙа сәм, дәрт бирә".
Артистың атаһына ҙур рәхмәт! Шул ваҡыт улының зитына теймәһә, бөгөн беҙ Риза Мәһәҙиев тигән шәп актер, моңлы йырсыны белмәгән булыр инек, бәлки.