ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
16 Ноября 2019, 05:30

Балыҡлы табындан бәрәкәт китмәҫ

Балыҡты йәшелсәләр ҡушып, ҡурғашҡа төрөп бешергәнегеҙ бармы? Әйҙәгеҙ, эшләп ҡарайыҡ.

Ял көнөндә яҡындарын тәмле ризыҡтар менән һыйларға теләп йүгереп йөрөгән өлгөр хужабикәләр! Балыҡты йәшелсәләр ҡушып, ҡурғашҡа төрөп бешергәнегеҙ бармы? Әйҙәгеҙ, эшләп ҡарайыҡ. Ашығыҙ тәмле, күңелегеҙ көр булһын!
Бында үҙегеҙ теләгән йәшелсәләрҙе ҡулланырға мөмкин. Гарнирына дөгө ярмаһы йәки картуф бешерергә була. Әле тәҡдим ителәсәк ингредиенттар 5-6 порцияға иҫәпләнгән. Шулай итеп, беҙгә 500 грамм балыҡ филеһе, 100 грамм кишер, 150 грамм башлы һуған, бер лимон, тоҙ, борос, тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә балыҡты таҙартып, уртаса киҫәктәргә киҫәбеҙ. Тоҙлап, борослап, тәмләткес, лимон һуты ҡушабыҙ ҙа, бөтәһен бергә бутап, 30-40 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Һуғанды ярым түңәрәк итеп, кишерҙе түңәрәкләп турайбыҙ. Йәшел тәмләткестәрҙе ваҡлап киҫәбеҙ.
Артабан балыҡтың өҫтөнә кишерҙе, һуғанды, йәшел тәмләткестәрҙе ҡаплап һалабыҙ ҙа ҡурғашҡа төрәбеҙ.
Формаға ҡуйып, духовкала 180 градуста 35-40 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас