ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
31 Декабря 2019, 12:30

Йыһан “салютына” тамаша ҡылайыҡ!

Өфө планетарийынан хәбәр итеүҙәренсә, Квадрантида тип аталған метеор ағымының иң сағыу “тамашаһы” 4 ғинуарға тура килә, сәғәтенә 120 метеорға тиклем һанарға мөмкин буласаҡ.

Яңы йылдың беренсе көндәрендә Башҡортостан халҡы йыһан “салютына” шаһит буласаҡ. Өфө планетарийынан хәбәр итеүҙәренсә, Квадрантида тип аталған метеор ағымының иң сағыу мәле 4 ғинуарға тура килә, сәғәтенә 120 метеорға тиклем һанарға мөмкин буласаҡ.
Астрономдар билдәләүенсә, Квадрантиданы муллығы буйынса гигант ағымлы Геминида һәм августа күҙәтелгән Персеида менән бер рәткә ҡуйырға була икән.
4 ғинуарҙа төнгө сәғәт 2-нән таңға тиклем Ай метеор ағымын күҙәтеүгә ҡамасауламаясаҡ, ти планетарий белгестәре. Йыһан “салютын” күрмәй ҡалмағыҙ!
Фото: Өфө планетарийы сайтынан.
Читайте нас