Уха әҙерләү өсөн 600-700 грамм балыҡ, бер петрушка тамыры, бер кишер, өс-дүрт картуф, бер баш һуған, өс помидор, тоҙ, борос, лавр япрағы, йәшел петрушка кәрәк.
Башта балыҡты йыуып таҙартабыҙ. Итен һөйәгенән айырабыҙ. Ваҡлап турайбыҙ. Балыҡтың башын, һөйәктәрен һалҡын һыуға һалып, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, талғын ғына утта 30 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Шунан һурпаны һөҙөп, туралған картуф, кишер, һуған һалабыҙ. Петрушканың тамырын йыуып, ваҡлап, һурпаға өҫтәп 15 минут ҡайнатабыҙ. Артабан балыҡтың итен һурпаға өҫтәп, тағы ла 10 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Шунан помидорҙы киҫкеләп, ухаға өҫтәйбеҙ. Тоҙ, борос, лавр япрағы һалып, тағы ла 10 минут тирәһе ҡайнатабыҙ.
Өҫтәлгә йәшеллек өҫтәп ҡайнар килеш бирәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!