ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
6 Мая 2020, 10:00

Итальянса туҡмас

Тиҙ генә төшкө аш әҙерләргә кәрәкме? Ҡул аҫтында әҙер туҡмас, бәшмәк, сыр булғанда...

Итальянса туҡмасты әҙерләр өсөн 60 грамм туҡмас, 30 грамм бәшмәк, 20 грамм аҡ май, 15 грамм сыр, 80 грамм томат соусы кәрәк була.
Тәүҙә бәшмәкте томат соусы ҡушып аҡ майҙа быҡтырабыҙ. Туҡмасты иретелгән аҡ май һәм сыр менән бутайбыҙ. Шунан тәрән генә һауытҡа һалып, бәшмәкте өҫтәйбеҙ. Йәшел тәмләткестәр менән биҙәп өҫтәлгә бирергә мөмкин. Томат соусын айырым һауытҡа һалырға кәрәк.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Dom-eda.com
Читайте нас