Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
4 Сентябрь 2021, 10:00

Сентябргә бәйле һынамыштар

Тәбиғәттең алтын миҙгеле - һарысай - донъябыҙҙы яңы сағыу биҙәктәргә күмде. Уңыш, муллыҡ айына бәйле борондан ниндәй һынамыштар йәшәй?

Сентябргә бәйле һынамыштар
Сентябргә бәйле һынамыштар

Тәбиғәттең алтын миҙгеле - һарысай - донъябыҙҙы яңы сағыу биҙәктәргә күмде. Уңыш, муллыҡ айына бәйле борондан ниндәй һынамыштар йәшәй?  

* Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр.

* Сентябрь йылы, ҡоро икән, ҡыш һуңыраҡ килер.

* Һалҡын булһа, ҡыш ҡар тиҙерәк ирей, яҙ иртәрәк килә.

* Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа - алда һыуыҡ ҡыш көтөлә.

* Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә - ҡар күплеккә, аҫтан йөрөһәләр - ҡыштың оҙонлоғона.

* Был айҙа ҡар күренһә, артабан ҡырҡ көн аяҙ торор.

* Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын килер.

* Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.

* 18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр.

* Әгәр көҙ ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ – иртә, аҫтан һарғайһа – һуң килер.

* 28 сентябрҙә балыңды ҡара, умартаңды баҙға төшөр.

* Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.

Фото: profile.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: