Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
1 Апрель 2022, 17:30

Йөҙөмлө ҡалас бешерәйек

Киске табынға - туҡлыҡлы ризыҡ.

Йөҙөмлө ҡалас бешерәйек
Йөҙөмлө ҡалас бешерәйек

Бының өсөн 13 грамм пресланған сөпрә, 250 миллилитр һөт, дүрт аш ҡалағы шәкәр, бер семтем тоҙ, дүрт аш ҡалағы үҫемлек майы, 50 грамм йөҙөм, ярты килограмм он кәрәк.

Әҙерләү: тәүҙә йылы һөткә шәкәр менән сөпрә һалабыҙ ҙа 15-20 минутҡа йылы урынға ҡуябыҙ. Йөҙөмдө йыуып, һыуыҡ һыуҙа ебетәбеҙ. Шунан сөпрә ҡатнашмаһына йомортҡа, ондоң бер өлөшөн ҡушып һәйбәтләп ҡалаҡ менеән бутайбыҙ. Үҫемлек майы, йөҙөм өҫтәп, ҡалған ондо һалып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа сәғәт ярымға ҡабартырға ҡуябыҙ.

Ҡабарған ҡамырҙы йәйеп, ҡалас формаһында йомарлайбыҙ. Өҫтөнән арҡыры ҡырҡып бүлемдәр киҫәбеҙ ҙә бер сәғәткә ҡалдырабыҙ. Өҫтөн йомортҡа менән буяйбыҙ. Духовканы 200 градусҡа тиклем йылытып, 20-25 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер батонға аҡ май һөртөп, духовканың ишеген асып ярты сәғәт тотабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Ok.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: