“Леди” салаты
Бешкән тауыҡ итен – шаҡмаҡлап, ҡыярҙы унан саҡ ҡына эрерәк итеп, укропты ваҡлап турап, йәшел борсаҡ ҡушырға ла тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ һалып бутарға. Өҫтөн йәшел тәмләткес менән биҙәп ҡуйһаң, тағы ла матурыраҡ була (1-се һүрәт).
“Туҡлыҡлы салат”
Уға күп аҙыҡ-түлек кәрәкмәй. Бына ул: краб таяҡсалары, бешкән йомортҡа, ҡыҙыл фасоль, укроп, тоҙ, ҡаймаҡ йә майонезды ҡушып бутайһың да – әҙер! Өҫтөн инде теләгәнсә биҙәргә мөмкин (2-е һүрәт).
“Пикантлы" салаты
Был ризыҡҡа ыҫланған колбаса, ҡаты сыр, бер кишер, бер банка консерваланған кукуруз, сохарый, ҙур ғына бер өлөш һарымһаҡ, тоҙ, ҡара борос, майонез кәрәк. Өҫтөн биҙәр өсөн ниндәй ҙә булһа үлән тәмләткесен алырға була.
Һүрәттәр: повар.ру, 1000.menu