Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
7 Март , 09:25

Ифтарға тәмле бәлеш бешереп алайыҡ

Тәмле бәлештең рецебын күптәрҙең яратҡан йырсыһы, уңған хужабикә Нәркәс Сиражетдинова тәҡдим итә.

Ифтарға тәмле бәлеш бешереп алайыҡ
Ифтарға тәмле бәлеш бешереп алайыҡ

“Был тәмле ризыҡты әҙерләү өсөн бер ҡап аҡ май йәки маргарин, бер йомортҡа, ярты стакан шәкәр ҡомо, бер сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс, яҡынса 300 грамм он кәрәк буласаҡ, - ти Нәркәс Сиражетдинова. - ‎Йомортҡаны шәкәр менән туғыйбыҙ, шунан ҡалған ингридиенттарҙы һалып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Артабан полиэтиленға төрөп, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. ‎Ул арала 20 процентлыҡ бер стакан ҡаймаҡҡа 2 йомортҡа, ярты стакан шәкәр ҡомо, ике аш ҡалағы он йәки крахмал, ванилин һалып, эслек эшләйбеҙ. ‎Шунан мейесте 180-200 градусҡа тоҡандырып, ҡамырҙы формаға йәйеп һалабыҙ һәм уның өҫтөнә үҙегеҙгә оҡшаған еләк-емеште теҙәбеҙ һәм эслекте һалабыҙ ҙа духовкаға 30-40 минутҡа ҡуябыҙ. Был арала сәй ҡуйып, яратҡан үлән сәйегеҙҙе бешерегеҙ һәм яҡындарығыҙҙы табынға саҡырығыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!” - ти яратҡан йырсыбыҙ.

Ифтарға тәмле бәлеш бешереп алайыҡ
Ифтарға тәмле бәлеш бешереп алайыҡ
Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас