Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
8 Март , 12:50

Бешереүе бик тиҙ һәм ябай

“Әй йола” төркөмө солисы Ринат Рамаҙановтың ҡатыны Алиса Рамаҙанованан - “Баллы торт”.  ‎“Был рецепт менән һәр ваҡыт әсәйем бешерә. Хәҙер мин дә йыш ҡына уны ҡулланам”, - ти Алиса.

Бешереүе бик тиҙ һәм ябай
Бешереүе бик тиҙ һәм ябай

Шулай итеп, тәрән табала 200 грамм аҡ майҙы иретәбеҙ, унда дүрт аш ҡалағы бал һалабыҙ. Шунан ике балғалаҡ сода һалабыҙ ҙа, алтынһыу төҫкә ингәнсе болғатабыҙ. Артабан 300 грамм он өҫтәп, утта тотоуҙы дауам итәбеҙ.

Айырым һауытта дүрт йомортҡаны 200 грамм шәкәр ҡомо менән туғыйбыҙ. Шунан ике массаны бергә ҡушып, блендерҙа болғатабыҙ. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ һәм 180 градуста 5-10 минут бешерәбеҙ. ‎Крем өсөн 33 процентлыҡ һөт өҫтөнә ҡуйыртылған һөт ҡушып бутайбыҙ. Шунан инде корждарҙы дүрт өлөшкә бүләбеҙ һәм крем менән һылап, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Телеңде йоторлоҡ торт әҙер.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас