2014 йылда "Ер аҫты байлыҡтары хаҡында" Федераль законға үҙгәрештәр индерелеү сәбәпле, бөгөн был йүнәлештә шаҡтай яңылыҡтар бар. Ошоға бәйле коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ һәм дача хужалыҡтары ла ер аҫты һыуҙарын файҙаланған өсөн 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем лицензия алырға бурыслы.
Ер аҫты һыуҙарын лицензияһыҙ файҙаланғандарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал. Мәҫәлән, айырым граждандарға өс – биш мең, яуаплы кешеләргә 30 – 40 мең һум, ойошмаларға 800 меңдән бер миллионға тиклем штраф ҡаралған.