Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
29 Апрель 2019, 19:36

Ҡош ҡартты үлтергән

Казуар донъяла иң ҡурҡыныс ҡош һанала. Бының шулай икәнен ул яңыраҡ тағы ла иҫбатланы...

Казуар донъяла иң ҡурҡыныс ҡош һанала. Бының шулай икәнен ул яңыраҡ тағы ла иҫбатланы...


Элек һунарсылар Австралияны һәм Яңы Гвинеяны төйәк иткән был буйы 1,5 метрға, ауырлығы 60 килограмға еткән ҡошто ите, ә осло тырнаҡтарын уҡ башағы яһар өсөн аулаған.


Казуарҙың 12-әр сантиметрлы тырнаҡтары иң хәүефлеһе. Бер һуғыуҙа улар менән үлемесле яраларға мөмкин. Тарихта ҡоштоң барлығы 221 тапҡыр кешегә һөжүм иткәне теркәлгән. Бығаса бер үҫмер үлгән ине. Хәҙер килеп Американың Флорида штатында 75 йәшлек фермер һәләк була.


Марвин Хайос казуар торған кәртәгә уны ашатырға инә. Күрәһең, ул абынып йығыла, ә быны күргән ҡош, йәшен тиҙлегендә ҡорбанына һөжүм итеп, көслө тырнаҡтары менән үлемесле йәрәхәт һала.


Фото: vestitoday.ru