Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
25 Июль 2019, 15:30

Бөрйән ҡорто “ҡунаҡтарҙы” яратмай

“Шүлгәнташ” ҡурсаулығында Бөрйән бал ҡортон һаҡлап ҡалыу сараларына арналған ведомство-ара кәңәшмә үтте. Ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапованың башланғысы менән ойошторолдо.

“Шүлгәнташ” ҡурсаулығында Бөрйән бал ҡортон һаҡлап ҡалыу сараларына арналған ведомство-ара кәңәшмә үтте. Ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапованың башланғысы менән ойошторолдо.


Йыйында бер нисә тәҡдим яңғыраны. Мәҫәлән, Бөрйән бал ҡорто йәшәгән райондарға “ҡунаҡ” ҡорттарҙы, йәғни ситтән килтерелгән башҡа тоҡомдарҙы индереүҙе сикләү. Шулай уҡ башҡорт тоҡомло ҡорттар үрсегән умарталарға, биосфера резерваты микроклиматын һаҡлау маҡсатында, 20 километр радиуста халыҡты һәм транспортты яҡын ебәрмәҫкә лә тәҡдим иттеләр. Солоҡ ҡортоноң популяцияһын киңәйтеү ҙә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.


Фото: “Яндекс.ру” сайтынан.
Читайте нас: