Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
26 Июль 2019, 18:56

Талағандар ҙа ҡасҡандар...

Баймаҡ районының Ҡолсора ауылы халҡы ризаһыҙлыҡ белдерә. Ауылдан йыраҡ түгел урынлашҡан карьер фотоларын улар социаль селтәргә лә һалған.

“Proural.info” сайтынан
Баймаҡ районының Ҡолсора ауылы халҡы ризаһыҙлыҡ белдерә. Ауылдан йыраҡ түгел урынлашҡан карьер фотоларын улар социаль селтәргә лә һалған: рөхсәтһеҙ таш сығарыусыларҙың эше туҡтатылғас, улар был ергә рекультивация үткәрмәй ҡасҡан. Ә күпме законһыҙ табыш алғандар, бер ҡайҙа ла һалым түләмәгәндәр... Шуның бер өлөшөн булһа ла тәбиғәтте бысратҡан, ҡыйратҡан урындарын тәртипкә килтереүгә тононһалар була бит.
“Уральская независимая газета” хәбәр итеүенсә, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Динар Хисмәтуллин ошо карьер буйынса суд эше барыуы тураһында белдергән. Суд ҡарарынан һуң, рекультивация башланасаҡ. Әйткәндәй, районда 13 карьерҙа был эш башҡарылған да инде.